Башҡортостан Хөкүмәте газ-мотор яғыулығында эшләүсе пассажир автобустарын һатып алыуға субсидиялар биреү тәртибен раҫланы

Башҡортостан Хөкүмәте газ-мотор яғыулығында эшләүсе пассажир автобустарын һатып алыуға субсидиялар биреү тәртибен раҫланы 16.01.2015

Матди ярҙам Рәсәй «Сәнәғәтте үҫтереү һәм уның конкурент һәләтлеген арттырыу» дәүләт программаһы сиктәрендә даими рәүештә пассажирҙар ташыусы шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә күрһәтеләсәк.

Һатып алынған автобустарҙың хаҡынан 50 процентҡа тиклеме субсидияланасаҡ. Субсидиялар Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында тәғәйенләнәсәк. Аҡса республика һәм федераль бюджеттан бүленәсәк.  Хөкүмәт субсидия биреүҙең өс төп шартын билдәләне. Беренсенән, газ-мотор яғыулығы менән эшләүсе автобус һатып алыу. Икенсенән, ул 2014 йылдан алып Берҙәм иҡтисади киңлектә ҡатнашыусы дәүләттәр биләмәһендә сығарылырға тейеш. Өсөнсөнән, 12 метрҙан ашыу булған М3 категорияһындағы автобустар сәләмәтлектәре сикләнгән кешеләрҙе йөрөтөү өсөн йыһазландырылған булырға тейеш.  Федераль һәм Башҡортостан бюджеты алдында элек алынған субсидияларҙы ҡайтарыу, кредиттар, һалым буйынса бурыстары булғандарға субсидиялар бирелмәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку