Башҡортостан фәне һәм юғары белем биреү мәктәбе ауыр юғалтыу кисерҙе 10.10.2015

Ҡапыл ғына филология фәндәре докторы, профессор, танылған төркиәтсе  Ишмөхәмәт Ғәләүетдиновтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов оҙаҡ йылдар Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы ректоры булып эшләне.

Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Юғары профессиональ белем биреү почетлы хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. 300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Арҙаҡлы ғалим, оҫта педагог, профессор Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр тиелә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһында. Мәрхүм менән хушлашыу иртәгә иртәнге сәғәт унда, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика