Башҡортостан эшҡыуарлыҡ тарихы бер китапта 14.12.2016

Өфөлә «Эшҡыуарлыҡ. Ваҡиғалар, факттар, кешеләр»  тигән йыйынтыҡ донъя күрҙе.

Китапҡа  республикала  тәүгеләрҙән булып үҙ эшен асҡан кешеләр, уларҙың эшмәкәрлеге,  үҫеш юлы хаҡында тулы мәғлүмәт бирелгән. Был баҫманы йәш эшҡыуарҙар өсөн тәжрибә мәктәбе, өҫтәл китабы тип тә атарға мөмкин.  Материалды  студенттар өсөн уҡыу әсбабы итеп тә ҡулланырға була. Китапҡа 142 эшҡыуарҙың биографияһы, төрлө кәртәләрҙе нисек еңеп сығыуы, уңыш сере тураһында бәйән ителә. Авторҙар әйтеүенсә, Башҡортостанда тәүге йүнселдәр барлыҡҡа килеүгә 30 йыл тирәһе,  Өфөлә генә эшҡыуарҙар һаны 300 меңгә етә. Әлбиттә, уларҙың бөтәһен дә бер йыйынтыҡҡа һыйҙырыу мөмкин түгел. Әммә киләһе томдарҙы  нәшер итеү ниәте бар. Тәүге китап 1 мең дана менән донъя күргән. Проект авторҙары фекеренсә, йәштәргә эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен өйрәтеү мотлаҡ, юғиһә, иҡтисадтың  иң мөһим секторы юғалыуы ихтимал. Бөгөнгө заманда үҙ эшеңде асыуы ла еңелерәк. 90-сы йылдарҙа йүнселдәргә халыҡтың ҡарашы кире булһа, бөгөн йәмәғәтселек эшҡыуарлыҡтың йәшәйештә тотҡан урынын яҡшы аңлай һәм ихтирам менән ҡарай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика