Башҡортостан экологтары юҡҡа сыға барған ҡырағай боландар төрөн тергеҙә

Башҡортостан экологтары юҡҡа сыға барған ҡырағай боландар төрөн тергеҙә 05.01.2015

Маралдар борон Көньяҡ Уралда йәшәгән, әммә егерменсе быуат башында юғалған.  Әле улар Ишембай районының  «Болан паркы» вольерында аҫырала. Хужалыҡта 28 баш болан иҫәпләнә. Хайуандар урындағы килиматҡа яраҡлашып үрсей ҙә башлаған.

Ишембай районында урынлашҡан  «Болан паркы» 250 гектар майҙанды биләй. Маралдар үҙҙәрен иркен тойһон өсөн вольер биләмәләре етәрлек. Ҡуйы урманда уларҙы эҙләп табыуы ла икеле. Беҙҙең ижади төркөмгә лә боландарҙы күреү өсөн  байтаҡ ер  ҡыҙҙырырға тура килде. Ҡырағай маралдарға тәбиғәт шарттарында яҡын барыу мөмкин түгел. Вольер тәрбиәләнеүселәре иһә кешегә өйрәнгән.
Был өйөрҙә башлыса инә боландар. Араларында быҙауҙары ла бар. 28 баш хайуанды республикаға Алтайҙан алып килгәндәр. Улар Башҡортостандың тәбиғәт шарттарына яраҡлашып үрсей ҙә башлаған. Әле өйөрҙә һигеҙ быҙау бар.
Ата маралдар өйөрҙән айырым йөрөй. Уларҙы эре мөгөҙҙәренән айырырға мөмкин. Әйткәндәй, йәш болан мөгөҙөн дарыу әҙерләү өсөн дә файҙаланалар. Ләкин республикаға улар медицина препараттары эшләү маҡсатында килтерелмәгән.
Вольер хужалары дүрт йыл эсендә маралдар һанын 150 башҡа еткерергә иҫәп тота. Һуңынан боландарҙы әҙләп иреккә ебәрә башлаясаҡтар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку