Башҡортостан эҙәрмәндәре халыҡ-ара майҙанға сыға

Башҡортостан эҙәрмәндәре халыҡ-ара майҙанға сыға 28.07.2015

Баш ҡалала үткән ШОС һәм БРИКС илдәренең беренсе йәштәр форумы сиктәрендә яу яландарында һәләк булған яугирҙарҙың исемдәрен тергеҙеү эшендә хеҙмәттәшлек тураһында килешелде.

Атап әйткәндә, 1943 йылда Ырымбурҙа поезд һәләкәтендә ғүмерҙәре өҙөлгән 48 һалдаттың исем-фамилияһы Ҡаҙағстан, Тажикстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан вәкилдәренә тапшырылды. Эҙәрмәндәр яугирҙар тыумышы менән тап ошо илдәрҙән тип аңлата, тыуған төйәгендә улар әле һаман хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. Дәүләт-ара хеҙмәттәшлек һалдаттарҙың яҡындарын табып, уларҙы үҙ ерендә ерләү мөмкинлеге бирер тип көтөлә. Шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәре йәштәре форумы сиктәрендә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағындағы йәштәр советы "Быуындар йөрәгендә хәтер һәм ғорурлыҡ"  проектын тәҡдим иттә. Ул йәштәрҙе эҙәрмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү аша патриотик тәрбиә биреүҙе күҙ уңында тота.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку