Башҡортостан Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау оҙатып ҡайтты

Башҡортостан Донбасҡа сираттағы гуманитар ылау оҙатып ҡайтты 17.11.2015

Йыл башынан был төбәк халҡына Рәсәйҙән 50 мең тоннаға яҡын йөк ебәрелгән. Ул аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм башҡа кәрәк яраҡтары. Башҡортостандан гуманитар ярҙамды 10 кешенән торған делегация оҙатып барҙы. Ошо уңайҙан бөгөн 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы музейында матбуғат конференцияһы үтте.

Яҡташтарыбыҙ Луганск өлкәһенән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты, Донбасс халҡының рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Сираттағы акцияла республиканан 10 тоннанан ашыу әйбер тейәгән дүрт машина ебәрелде. Гуманитар ярҙамды тәү сиратта яҡташтарыбыҙ Луганск өлкәһе һәм Первомай ҡалаһында урынлашҡан дауаханаларға, мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына таратты.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика