Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы бүлегендә 134 хеҙмәткәр эшләй, уларҙың тиҫтәнән ашыуы участка уполномоченныйҙары

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы  бүлегендә 134 хеҙмәткәр эшләй,  уларҙың тиҫтәнән ашыуы участка уполномоченныйҙары 10.11.2015

Беҙҙең киләһе яҙманың геройы Зөлфәр Солтанов Баймаҡ районы участкаларының береһен хеҙмәтләндерә.

Зөлфәр  Солтанов Йылайыр районы егете. Бына инде ун йыл үҙ тормошон эске эштәр органдарындағы хеҙмәт менән бәйләй. 2012 йылда иһә участка уполномоченныйый итеп тәғәйенләнә. Тынғыһыҙ участка хеҙмәткәре полицияның башҡа бүлектәренән айырмалы рәүештә, үҙ биләмәләрендә йәшәүселәрҙе һәм урындағы хәлде яҡшы белә, хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау өсөн профилактик эштәр ҙә алып бара. Хеҙмәте буйынса ауыр енәйәттәрҙе асырға
Тәжрибәле хеҙмәткәр эшенең үтә лә тынғыһыҙ, ялһыҙ булыуына зарланмай. Иртәле‐кисле туҡтауһыҙ телефон шылтырауына, саҡырыуҙарға хәҙер инде күнегеп тә бөткән. Коллегалары ла уның тураһында тик яҡшы фекерҙә һөнәренең бөтә нескәлектәрен яҡшы белә, эше өсөн янып  бара,тип билдәләй.
Сергей Яксанов, полиция майоры:  «Ул үҙенең эшенә бик яуаплы ҡарай. Кешегә һәр ваҡыт иғтибарлы. Тейешле кәңәш бирергә, хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә лә һәр ваҡыт әҙер».
Баймаҡ эске эштәр бүлегенең иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренең береһе Зөлфәр Солтанов  үҙенең һөнәри байрамы  лайыҡлы ҡаршылай. Ул әле лә һаҡта, тынғыһыҙ эшендә. Сөнки полиция хеҙмәткәре өсөн һәр байрам сараһы ла яуаплы хаҙмәт һағы булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку