Башҡортостан әҙәбиәте оло юғалтыу кисерҙе 15.04.2016

Оҙаҡ ауырыуҙан һуң билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағир, Сергей Чекмарев исемендәге премия лауреаты Ғәлим Абдулла улы Дәүләтов - Ғәлим Дәүләди  81-се йәшендә вафат булды.

Ғәлим Дәүләтов 1936 йылдың 9 апрелендә Мәләүез районы Һәргәй ауылында тыуа. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ шиғриәт менән мауыға башлай. 1960 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1975 -1977 йылдарҙа Мәскәүҙә юғары әҙәби курстарҙа уҡый. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә мөхәррир, һуңғараҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзының әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләй. «Ташлытау - матур тау» тигән тәүге китабы 1964 йылда донъя күрә. Ижад дәүерендә Ғәлим Дәүләтовтың рус һәм башҡорт телдәрендә ун бишләп китабы нәшер ителә.
Әҙиб Ғәлим Дәүләди менән хушлашыу иртәгә сәғәт 11-ҙә Яҙыусылар союзында - Коммунистик урамы, 34-се йортта үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика