Башҡортостан әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡортостан әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе 16.03.2016

Оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң, 78-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тимер Йосопов арабыҙҙан китте.  

Тимербай  Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Дыуан районының Түбәнге Әпсәләм ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, Ҡыйғы районы гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр була. 1967 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап,  Бөрйән районында  уҡыта. Оҙаҡ йылдар  «Башҡортостан пионеры» гәзитендә эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайтҡас, Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Тимер Йосопов - 15-тән ашыу шиғри йыйынтыҡ авторы. Ул уҙған быуаттың 60-сы йылдарында әүҙем эшләй башлай һәм ғүмеренең һуңғы көнөнә тиклем туҡтауһыҙ ижад итте. Һоҡланғыс кеше, халыҡ шағиры Тимер Йосопов хаҡында яҡты иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Мәрхүм менән хушлашыу 18 мартта сәғәт 11-ҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку