Башҡортостан Башлығы республика мосолмандарын Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләне

Башҡортостан Башлығы республика мосолмандарын Ҡорбан ғәйете менән тәбрикләне 12.09.2016

Ҡотлауҙа һәр ғаиләгә, йортҡа мөрәжәғәт итеп былай тиелә:

"Был шатлыҡлы көндә барлыҡ мосолмандар мәсеттәргә йыйыла. Доғаларында улар Хоҙайҙан ризалыҡ һорай. Барлыҡ  диндәр өсөн уртаҡ ҡиммәттәр, изгелек, һөйөү, шәфҡәтлелек төшөнсәләре тирәһендә берләшеү беҙҙең рухыбыҙҙы нығыта, әхләҡи яҡтан таҙарынырға форсат бирә. Йөҙәр йылдар дауамында  төрлө милләт һәм дин вәкилдәре татыу  йәшәгән Башҡортостанда Ҡорбан байрамы айырыуса ҙур хөрмәт менән билдәләнә. Был ваҡиға хаж тамамланыуға тура килә һәм быуындар араһында рухи күсәгилешлекте нығыта. Беҙҙең республикала бер ваҡытта ла дини аңлашылмаусанлыҡтар булманы. Мосолман өммәте, башҡа дин вәкилдәре менән берлектә  мәҙәниәт биналары төҙөлөшө, мәрхәмәтлек, йәш быуынды тәрбиәләү аша  бай рухи мәҙәни мираҫты тулыландырыуға үҙ өлөшөн индерә. Төбәгебеҙ мосолмандары  асыҡ йөҙлө һәм ҡунаҡсыл. Йорттарыбыҙҙың  ишектәре  һәм күңелдәребеҙ яҡын кешеләр, күңел йылыһы менән бүлешеүҙән тартынмаған ысын дуҫтар өсөн һәр ваҡыт асыҡ.
Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйем. Был байрам һәр ғаиләгә изгелек, татыулыҡ тыныслыҡ һәм бәрәкәт алып килһен!", тиелә Башҡортостан Башлығының Ҡорбан ғәйете уңайынан ҡотлауында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика