Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер араһында эшлекле осрашыу үтте

Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов менән «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер араһында эшлекле осрашыу үтте 28.01.2015

Яҡтар хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүҙең  үтәлеше хаҡында  фекер алышты. Һүҙ, шулай уҡ республиканы газификациялау тураһында ла барҙы. Билдәле булыуынса, предприятие 2006-2014 йылдарҙа ошо маҡсатта  3,2 млрд һум йүнәлткән. Бүленгән сығымдарға, 366 километр оҙонлоҡта ҡасаба-ара 18 газ үткәргесе һуҙылған.

Һөҙөмтәлә Башҡортостанда зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу кимәле 87,3 процентҡа тиклем артҡан. Рәсәйҙә был күрһәткес 65,1 процент. Быйыл «Газпром»  йәмғиәте республика биләмәләрендә туғыҙ ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөү  һәм тағы ла дүртеһенә  проект-смета документацияһын әҙерләү өсөн 300 миллион һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй. Осрашыуҙа шулай уҡ предприятиеның Башҡортостанда спорт инфраструктураһын үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашыуы билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку