Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов "Өфө" футбол клубының баш тренеры Виктор Гончаренко менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов  "Өфө" футбол клубының баш тренеры Виктор Гончаренко менән осрашты 29.06.2016

Яҡтар клубты үҫтереү мөмкинлектәрен, яңы миҙгелгә ҡуйылған бурыстарҙы  тикшерҙе. Беҙҙең маҡсат оҫталар командаһының булыуы ғына түгел, йәштәрҙе күберәк футболға йәлеп итеү, спортты үҫтереү, тине республика етәксеһе.  Был йәһәттән  Виктор Гончаренконың Белоруссияла эшләү тәжрибәһе Башҡортостан футбол клубының артабанғы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.

Билдәле тренер Өфөгә Мәскәүҙең "ЦСКА" клубынан килде. Рәсәй чемпионын республиканың төп футбол командаһына тәғәйенләү өсөн оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барыла.  Әле клуб йылдам үҫешә,  беҙ энтузиазм менән эшкә тотондоҡ. Миҙгелгә ныҡлы әҙерләнеп, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүебеҙгә ышанам, тине Виктор Гончаренко.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика