Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 15 июндән 15 июлгә тиклем премияға дәғүә итеүселәрҙән әҫәрҙәр ҡабул итә 10.06.2016

Башҡорт халҡының милли геройы исемендәге премия ике йылға бер тапҡыр, әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәләрендәге юғары таланты һәм яңылығы менән айырылып торған, йәмғиәттә танылыу яулаған һәм республика мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән әҫәрҙәр өсөн тапшырыла.

Конкурсҡа ярты йыл элек - матбуғатта баҫылған әҙәби әҫәрҙәр, киң йәмәғәтселек ҡатнашлығында башҡарылған музыка, театр, һынлы сәнғәт, хореография, эстрада, цирк, кино һәм телевидение сәнғәт  әҫәрҙәре, архитектура өлкәһендә файҙаланыуға тапшырылған проекттар тәҡдим ителә ала. Документтар Өфө ҡалаһы Туҡай урамы, 46-сы йортта ҡабул ителә.  
Белешмә өсөн телефондар: 280-80-93, 280-80-75.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика