Башҡортостан Бөтә Донъя рекорды ҡуйҙы

Башҡортостан Бөтә Донъя рекорды ҡуйҙы 15.02.2016

Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары үткән йәкшәмбе донъяның иң ҙур сәк-сәгенә шаһит булды. Бер тоннанан ашыу тәмлекәсте бешереүгә 650 килограмм он, 7 мең ярым йомортҡа һәм кило ярым тоҙ киткән.

Башҡортоста иң ҙур сәк-сәк бешерелде. Донъя рекордын күрергә майҙанға йөҙҙәрсә кеше ағылды. Дәртле йыр-моңға ҡушылып күңел асҡан халыҡ  тәмлекәстән ауыҙ итеүҙе ҙур түҙемлек менән көттө. Байрам  ҡышҡы һабантуйҙы хәтерләтте.
Ҡурай таждары формаһында эшләнгән татлы аҙыҡты бешереүгә байтаҡ ваҡыт талап ителгән. Рекорд ҡуйыу өсөн аш-һыу оҫталары бар тырышлығын һалып, өс сменаға бүленеп бешергән.
Донъяның иң ҙур, бер үк ваҡытта иң ауыр сәк-сәге Башҡортостанда теркәлде. Ҡурай формаһында эшләнгән был тәмлекәскә барлығы 750 килограмм он, 360 литр көнбағыш майы һәм 5 бетон Бөрйән балы киткән.
Сәк-сәк өсөн Бөрйән балы юҡҡа һайланмаған. Умартасылығы менән генә түгел, солоғо менән дә дан тотҡан төбәктең татлы ризығын файҙаланыу тәмлекәскә тағы ла ғорурлыҡ өҫтәй, ти сәк-сәк оҫталары.
"Сәк-сәк байрамынан" махсус саҡырылған ҡунаҡтар ҙа ситтә ҡалманы. Улар араһында дүрт тапҡыр Олимпия чемпионы Алексей Немов та бар. Спортсы бындай күләмле сарала тәүге тапҡыр ҡатнашыуын белдерҙе.
Шулай итеп донъя рекорды Өфөлә теркәлде. Баш ҡала кондитерҙары мең  бер йөҙ ҙә ҡырҡ өс тонна ла биш йөҙ граммлыҡ сәк-сәк бешерҙе. Әйткәндәй, бығаса татлы ризыҡ байрамы Татарстанда 2005 йылда үткәйне. Әммә Башҡортостандар күршеләрҙе уҙҙырҙы. Рекорд беҙҙә! Ойоштороусылар сәк-сәк байрамын уҙғарыу һуңғыһы булмаҫ тип ышандыра.

Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку