Башҡортостан археологтары өсөн үҙенсәлекле табыш

Башҡортостан археологтары өсөн үҙенсәлекле табыш 27.11.2014

Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылында йәшәүселәр ҙур хайуан һөйәктәренә юлыға.

Егеттәр ҡоҙоҡтан һөйәк ҡалдыҡтарын сығара. Икенсе көн дауам иткән ҡаҙыу эштәрен улар бөгөн дә дәррәү башҡара. Өфөлә йәшәүсе Азамат Хәсәнов тыуған ауылынан ер алғас, төҙөлөш эштәренән алда һыу бырауларға ниәтләй. Тик туғыҙ метр тәрәнлеккә төшкәс, эш туҡтап ҡала. Хужаның таш ҡамасаулайҙыр тигән уйы ла лом менән һуҡҡылап, аҡтарып ҡарағандан һуң юҡҡа сыға.
Азамат Хәсәнов: «Был ҡоҙоҡто беҙ әлегә 10 метр тәрәнлектә ҡаҙҙыҡ. 11-һенә ултыртабыҙ ҙа шуның менән эште туҡтатып торабыҙ. Унан һуң археологтарҙың эше инде, нимә тип әйтерҙәр».
 Йәш ғалимдар һөйәктәрҙең ҙур хайуандыҡы булыуын фаразлай. Мамонттыҡы булмаһа, мөгөҙморондыҡы булырға тейеш, имеш. Улар фекеренсә, аныҡ дәлилдәр экспертиза үткәргәндән һуң ғына билдәле буласаҡ. Һуңғы йылдарҙа Ҡырмыҫҡалы районында бындай табыштар йыш осрай. Ғалимдар был хәлде төбәк аша Ағиҙел йылғаһы ағыуына бәйләй. Оҙаҡ йылдар ауыл фермаһында зоотехник булып эшләгән Хәҙис Бикҡужин да был һөйәктәр мал-тыуарҙыҡына бер ҙә оҡшамаған тип билдәләй. Сығанаҡтарҙа Башҡортостан биләмәһендә 10-15 мең йыл тирәһе элек мамонт, мөгөҙморондар йөрөгән тип әйтелә. Боронғо кешеләр уларҙы ҡаяға төшөргән һүрәттәрендә лә сағылдырып ҡалдырған, шул иҫәптән Шүлгәнташ мәмерйәһендә. Ҡырмыҫҡалы районында табылған һөйәк ҡалдыҡтары экспертиза үткәрелгәндән һуң «Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығына тапшырыласаҡ. Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку