Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан ғалимдары дүрт мең йыл элек Уралда йәшәгән кешеләрҙең һөлдәләрен тапты

Аҙна яңылыҡтары. Башҡортостан  ғалимдары дүрт мең йыл элек Уралда йәшәгән  кешеләрҙең һөлдәләрен тапты 11.02.2018

Ҡурғандар Ауырғазы районында урынлашҡан, ә һөйәктәр күпте һөйләй. Хәҙер ғалимдар беҙҙең эраға тиклем ун туғыҙынсы быуатта йәшәгән кешеләрҙең йәшәү рәүешен, туҡланыу, сәләмәтлек торошон да тикшерә ала. Ә беҙҙе инде был ерлектә кемдәр йәшәүе, дүрт мең йыл элек кем булғаныбыҙ ҡыҙыҡһындыра. Һәр хәлдә белгестәр был асышты боронғолоғо менән дә, әһәмите яғынан да Мысыр пирамидалары һәм фирғәүендәр ҡәберлектәре менән тиңләй. Ни тиклем уникаль был ҡурғандар?

Башҡортостан биләмәһендә бынан 4 мең йыл элек ғүмер итеүселәр башлыса ит ашап йәшәгән. Быны уларҙың теш ҡаҙналарын тикшереү иҫбатлай.  Өҫтәлдә өс кеше  һөлдәһе. Ғилми өйрәнеүҙәр күрһәтеүенсә, икәүһе ирле-ҡатынлы булған. Улар бер ҡәберҙә ерләнгән.  
Константин Горшков, Башҡортостандың суд-медицина экспертиза  бюроһы табибы  «Минең бурыс ниндәй йәштә булыуҙары, ниндәй сир менән ауырығандарын асыҡлау ине. Бына ир кешенең тештәре, быныһы ҡатын-ҡыҙҙыҡы. Иргә 40-50, ҡатынға 20-30  йәш тирәһе. Ә был  таушалып барған һөйәктәргә ҡарап  60-70 йәш самаһы бирергә мөмкин. Был боронғо осорҙа йәшәүселәрҙең  уртаса ғүмер оҙонлоғо 35 йәш  тирәһе тип фаразларға мөмкинлек бирә».
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғилми хеҙмәткәрҙәре  Николай Щербаков менән Ия Шутелева студенттар  менән Ауырғазы районында ҡаҙыныуҙар алып барған һәм беҙҙең дәүергә тиклем 19-сы быуатта йәшәгән кешеләрҙең ҡурғандарына юлыҡҡан. Был ысын мәғәнәһендә  сенсацион асыш. Волга буйы федераль округында бындай боронғо ҡурғандар табылыуы беренсегә. 15 йыл дауам иткән ғилми тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе  әлегә тиклем йәшәп килгән ҡайһы бер тарихи дәлилдәрҙе инҡар итерлек.
Ғилми  тикшереүҙәр  Мәскәү,Санкт-Петербург һәм Англия, Швеция  ғалимдары менән  берлектә алып барылған һәм генетик анализдар ҙа  сит илдә эшләнгән.  Бер тирәләге ҡурғандарҙағы кешеләрҙең үҙ-ара туғанлығы асыҡланған. Меңәр йыл ятҡан һөйәктәр буйынса ниндәй сир менән ауырыуҙары өйрәнелгән.
Палеоантропологик тикшереүҙәр боронғо кешеләрҙә остеохондроз ауырыуы  киң таралыуын асыҡлаған.  Ғалимдар тарихи асыш урынын өйрәнгәндә эсәр һыуҙа, тупраҡта саманан тыш  артыҡ миҡдарҙа  кальций тоҙҙары тапҡан. Был иһә кешеләр араһында системалы сирҙәрҙең туранан-тура тирә-яҡ мөхиткә бәйле булыуын иҫбатлай.
Палео- днк - буйынса  уларҙың күҙҙәре һәм  сәсе  ниндәй төҫтә булыуы билдәләнгән. Улар араһында тик береһе генә зәңгәр күҙле, һары сәсле, ә ҡалғандары ҡара сәсле. Европеоид расаһына ҡарайҙар.
Николай Щербаков, М. Аҡмулла ис. бдпу-ның методологик һәм гуманитар тикшеренеүҙәр лабораторияһы ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты: «Беҙ баҫып торған ерҙә ғаилә ҡәберлеге. Унда  кальцит таштан эшләнгән  тартма эсенә һалып  50-59 йәштәрҙәге ир ерләнгән. Ҡәберлектә  9-10 йәштәрҙәге бала һөлдәһе  лә табылды. Ундай кальцитты беҙ Өршәк йылғаһының иҫке  үҙәнендә осраттыҡ. Тимәк, боронғо осор  климаты, тәбиғәте әлегенән бик  айырылмаған».
Ҡурғандар Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы эргәһендә. Ҡаҙморон археологик биләмәлә  ҡәберлектәрҙә балсыҡтан яһалған  һауыттар табылған - был  боронғоларҙың ерләү йолаһы хаҡында һөйләй. Бала йәки үҫмерҙәр айырыуса ҡәҙерләп ерләнгән. Археологтар өйрәнеү өсөн 13 һөлдәне ҡаҙып алған, бөтәһе  ҡырҡҡа яҡын ҡурған  иҫәпләнә. Әлбиттә, тарихи  асыш Төрөмбәт, Мораҙым ауылдары халҡы өсөн көтөлмәгән яңылыҡ  булһа ла, урындағылар ул тирәлә  сәйер күренештәр күҙәткәне билдәле, хатта сихырлы ер тип йөрөткәндәр.    
Йәшәгән ерҙәре ҡурғандарҙан алыҫыраҡ, урындағы көтөүлек йөрөгән ерҙә, ти белгестәр.  Ауырғазы районының  Мораҙым ауылынан  бер саҡырым тирәһе алыҫлыҡта, Билле ҡылыс йылғаһы буйында. Боронғолар ғүмер иткән урынды табыуҙа Мәскәүҙән килгән  тупраҡты өйрәнеүсе ғалим ярҙам иткән.
Республика ғалимдарының эшмәкәрлеге донъяуи әһәмиәткә эйә, сөнки әлегә тиклем  Башҡортостанда беҙҙең эраға тиклем йәшәгән кешеләрҙең ҡурғандары табылғаны юҡ ине. Ә бына мамонт һөйәктәре әленән- әле осрай. Өйрәнеүҙәр буйынса ғилми йыйынтыҡ донъя күргән, башҡорт тарихсыларының сенсацияһы тураһында  сит ил журналдарында ла  мәҡәләләр баҫтырылған. Күп йыллыҡ хеҙмәт тарих,  археология, география,  медицина һәм ауыл хужалығы үҫешендә ҡулланыу өсөн оло әһәмиәткә эйә тип билдәләй, белгестәр.  Археологтар табылған  кеше һөлдәләрен һәм ҡаҙылдыҡтарҙы Башҡортостандың Милли музейына тапшырмаҡсы. Тимәк, теләгән һәр кем 4 мең йыл элекке быуаттар ауазы менән яҡындан таныша аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку