Башҡортостанға Ҡытай, Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Япония һәм Бразилия илдәренән 700-ҙән ашыу открытка килгән

Башҡортостанға Ҡытай, Америка Ҡушма Штаттары, Канада, Япония һәм Бразилия илдәренән 700-ҙән ашыу открытка килгән 25.12.2014

Республикала посткроссерҙар, икенсе төрлө әйткәндә, открыткалар күргәҙмәһе үтте. Экспозиция Өфө почтамтында асылды.

Инглиз теле уҡытыусыһы Татьяна Терехина халыҡ-ара открыткалар менән алмашыу проекты менән быйыл ҡыҙыҡһына башлай. Интернет аша түгел, ә тәғәйен адрес буйынса таныш булмаған кешеләргә асыҡ хаттар ебәрә. Адрестарҙы махсус компьютер программаһы һайлай. Шуға ла ҡотлауҙы кемдән аласағын посткроссер менән шөғөлләнеүсе белмәй. Өфө посткроссерҙары үҙ-ара аралашып, осрашып йәшәй. Үҙҙәрен улар изге теләктәр коллекционерҙары тип тә атай. Анастасия Феоктисова посткросссинг менән яҡындарынан күреп шөғөлләнә башлай. Анастасия Феоктисова: «Мин үҙем сит илдәргә 80-гә яҡын открытка ебәрҙем. Минең турала хәҙер 80-гә яҡын кеше белә. Был шөғөл Ер шарының төрлө мөйөштәрендә йәшәүсе кешеләрҙе берләштерә. Күп нәмәләрҙе беләһең». Сит ил вәкилдәрен республикабыҙҙың мәҙәниәте, архитектураһы, менән открытка аша таныштырыу үҙенсәлекле, әлбиттә. Аҙна һайын һәр посткроссер 3-4 ҡотлау сәләме ебәрә. Ә уларға сит илдән килгән асыҡ хаттар менән Өфө почтамтында ойошторолған күргәҙмәлә танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку