Башҡортостан аҫыл улын - билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр академияһының Почетлы академигы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхмәт Мөхәмәтвәли улын юғалтты

Башҡортостан аҫыл улын - билдәле фольклорсы, филология фәндәре докторы, Башҡортостан фәндәр академияһының Почетлы академигы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор Әхмәт Мөхәмәтвәли улын юғалтты 22.11.2016

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм башҡа дәүләт эшмәкәрҙәре ҡул ҡуйған некрологта түбәндәге һүҙҙәр бар: талантлы ғалим, яҙыусы,билдәле йәмәғәт эшмәкәре, намыҫлы кеше арабыҙҙан китте. Киң йәмәғәтселек, уҡыусылары, ғалимды яҡындан белеүселәр бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында бөтә төрки донъяһына арҙаҡлы ғалим, оло йөрәкле шәхес, ябай һәм изге күңелле булып ҡалған халҡыбыҙҙың яратҡан улы менән хушлашты.

Ул һәр кемебеҙгә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы ине. Фольклорсы-ғалим бәләкәс балаға  ла, донъя күргән өлкән быуын кешеләренә лә ихлас һәм яҡшы мөнөсәбәттә булды. Том-том китап яҙыусы ғалим Әхмәт Сөләймәновты һәр кемебеҙ  яҡын һәм изге күңелле кеше итеп хәтерләй.
Ул хеҙмәт юлын тыуған районы Бөрйәндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. Өмөтлө, ыҫпай ауыл уҡытыусыһын Башҡорт дәүләт университетына эшкә саҡыралар. Тыумыштан эшсән егет бөтә булмышы менән фәнгә тотона. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы тырышлығы, булдыҡлығы арҡаһында  өлкән уҡытыусынан фән докторы дәрәжәһенә тиклем күтәрелә.
Уның эшһөйәрлегенә һоҡланырлыҡ. Том-том Башҡорт халыҡ ижадын туплағандан һуң,  был   өлгөләрҙе  рус телендә нәшерләүгә  һәм «Урал Батыр» эпосын донъя телдәренә тәржемә итеүгә, уҡытыусылыҡ эшен күңел биреп башҡарыуға, абруйлы баҫмаларҙың редколлегия ағзаһы булырға ла ваҡыт һәм көс тапты, фольклорға ҡағылышлы сараларға абруйлы эксперт булараҡ саҡырылды. Меңәрләгән йәштәр араһында  ул өлгөлө уҡытыусы һәм аҡһаҡал булараҡ абруй һәм ышаныс ҡаҙанды. Хеҙмәттәре төрки донъяһында ла мөһим урын биләй.  
Фольклорсы-ғалим Әхмәт Сөләймәнов «Башҡорт халыҡ ижады» 18 томын әҙерләп , нәшер итеүгә ҙур көс һалғаны өсөн республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Уның фәнни багажын - 400 ғилми хеҙмәт, 30 монография , 40- тан ашыу уҡытыу-методик әсбәптар биләй. Әхмәт Сөләймәнов һәр ваҡыт халыҡ яҙмышы менән янып йәшәне. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайын етәкләгәндә мөһим проблемаларҙы хәл итте. Уның халҡына йөрәгенән сыҡҡан аҡ һәм хаҡ һүҙе, изге васыяттары ҡалды. Оло ғалим, йәмәғәт эшмәкәре, Бөрйән улы тыуған ауылы Нәбиҙә һуңғы төйәген табасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика