Башҡортостанға бөтә донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мәхмәт килде

Башҡортостанға  бөтә донъяға билдәле  Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мәхмәт килде 16.09.2014

Сәфәрҙең маҡсаты - Башҡортостандың изге урындары - әүлиәләр зыяраттарына, изге шишмәләргә барыу, иң күркәм мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу.

Өфө мәсеттәрендә илдәге, донъялағы тыныслыҡ хаҡына доға ҡылынғас, мәртәбәле ҡунаҡ ҡатнашлығындағы делегация республика буйлап сәфәргә сыға. Маршрутта Малаяҙ ауылындағы Салауат Юлаев музейында, Миәс ҡалаһында Аҡмулла ерләнгән зыяратта булыу, Учалы, Бөрйән һәм башҡа райондар буйлап үтеү ҡаралған.
Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мәхмәт: «Был матур яҡтарҙа мин йыл ярым элек булып киткәйнем. Башҡортостанда асыҡ күңелле, ихлас кешеләр йәшәүенә инандым. Оҙаҡ йылдар үтеп, күп нәмә онотолһа ла, халыҡ хәтеренән дин юйылмаған, кешеләр традицион ислам юлында. Туғанлыҡ хистәре лә алып килде мине. Ни өсөн тигәндә, был яҡтарҙа минең әсәйем тыуған».
Сүриә, Төркиә һәм Кипрға ҡағылышы булған мәртәбәле ҡунаҡ Рәсәйҙең баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин, хәҙрәттәр менән осрашты. Һүҙ илдәр араһындағы тыныслыҡты һаҡлау, традицион Ислам тәғлимәттәре хаҡында барҙы.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика