Башҡортостанға килеүсе туристар һаны артырға тейеш

Башҡортостанға килеүсе туристар һаны артырға тейеш 29.05.2017

Уларҙың күңелен төбәктең күркәм тәбиғәте һәм таҙа экологияһы менән арбарға мөмкин. Ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн киләсәктә заманса ял базалары һәм отелдәр төҙөү ҡарала. Республика диңгеҙе һаналған Асылыкүлде төҙөкләндереүгә инвесторҙар ҙур сығымдар йүнәлтергә ниәтләй. Ял итеүселәр быйылғы миҙгелдә үк тәүге уңайлыҡтар менән файҙалана башлаясаҡ та инде.

Асылыкүлде хаҡлы рәүештә Башҡортостаның ынйыһы тип йөрөтәләр. Ҙурлығы буйынса ул Рәсәйҙең Европа өлөшөндә Ладога күленән генә ҡалыша. Дәүләкән районында урынлашҡан һыу ятҡылығы йыл һайын 20 меңләп туристы ҡабул итә. Әммә был бик түбән күрһәткес, ти белгестәр. Шуға ла киләсәктә ял итеүселәр һанын кәмендә ун тапҡырға арттырыу бурысы тора. Бының өсөн «Асылыкүл» тәбиғи паркын артабан үҫтереү планлаштырыла.
Былтыр тәбиғи паркты үҫтереү буйынса генераль план төҙөлгән. Унда туристарҙың ялын ойоштороу өсөн рекреацион зоналар ҡаралған. Ниәттәр бойомға ашҡан осраҡта ял итеүселәргә төрлө маршруттар буйынса эксурсияларға йөрөү мөмкинлеге асыла.  
Был проект туристарҙан табыш алыуҙы ғына күҙ уңында тотмай. Бер үк ваҡытта ул дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә экология, археология, этнография һәм биология мәсьәләләрен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Киләһе биш йылға иҫәпләнгән проекттың хаҡы 2 миллиард һумдан ашып китер, тип көтөлә. Ул шулай уҡ 250 кешене эш урындары менән тәьмин итәсәк.
Һуңғы йылдарҙа республикала туризмды үҫтереү хаҡында фекерҙәр ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын өсөн төрлө саралар күрелә. Мәҫәлән, быйыл Әбйәлил районында дүртенсе тапҡыр курорт һабантуйы ойоштороласаҡ.  Илдең төрлө төбәктәренән килеп урындағы шифаханаларҙа ял итеүселәр башҡорттарҙың боронғо көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре менән танышасаҡ, «Уралым» этнофестиваленә тамаша ҡыласаҡ. Быйылғы курорт һабантуйы 17 июнгә тәғәйенләнгән.
Туризм, ҡағиҙә булараҡ, төбәктең үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Шуға ла бөгөн республикаға мөмкин тиклем күберәк туристар йәлеп итеү бурысы ҡуйылған. Хәйер, ситтән килеүселәргә Башҡортостандың күрһәтерлек иҫтәлекле урындары бихисап. Әммә бының өсөн инвес­торҙар йәлеп итеү, халыҡ-ара компаниялар менән хеҙмәттәшлек булдырыу мәсьәләләрен хәл итергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика