Башҡортостанға ҡасаҡтар ағылыуын дауам итә

Башҡортостанға ҡасаҡтар ағылыуын дауам итә 04.08.2014

Дондағы Ростов ҡалаһынан Өфөгә махсус сәфәрҙәр һаны әле 6-ға етте. Украиналағы хәрби бәрелештәрҙән ҡасып Рәсәйгә һыйыныусылар тыныс тормош эҙләй. Улар эшләргә, ғаиләһен ҡарарға теләй. Яңауылда әле 100-ҙән ашыу ҡасаҡты урынлаштырыға иҫәп тоталар. Төбәккә һыйынған тәүге мәжбүри күскенселәрҙең хәлен беҙҙең хәбәрселәр ҙә белеште.

Орловка ауыл хужалығы предприятиеһы оҫтаханаларында әле 15 кеше эшләй. Яңыраҡ улар сафын йәш электрик Руслан Агатуллин тулыландырған. Хужалыҡтың етәкселеге фекеренсә, белгес өсөн эш етәрлек.
Владимир Николаев, инженер-механик: «Беҙҙең хужалыҡта электрикка ҡытлыҡ бар ине. Эш етәрлек. Әле бына ул тулыһынса селтәрҙе яңыртырға кәрәк тип тора».
Электрик һөнәрен Руслан тыуған Донецк ҡалаһында үҙләштергән. Эш тәжрибәһенә һигеҙ йыл. Әммә Украиналағы хәлдәр киҫкенләшә башлағас та бар мөлкәтен, донъяһын ҡалдырып китергә тура килгән. Һуғыштан ул Рәсәйҙә һыйыныу тапҡан.
Руслан Агатуллин: «Славянск, Луганск тирәһендә хәлдәр киҫкенләшә башлағас та, мин булған аҡсаларҙы ҡырып-һепереп тигәндәй йыйып күсенергә ҡарар иттем. Дөрөҫ эшләгәнмен тип уйлайым, әле һуғыш ялҡыны беҙ йәшәгән ергә лә килеп етте».
Ростов ҡалаһынан ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығың махсус бортында  Өфөгә килгән Руслан, тормош иптәше Наталья менән ҡыҙы Алинаны алып  Яңауыл районының Орловка ауылына төпләнә. Бында ҡасаҡ ғаиләһе өсөн йәшәргә йорт та табыла.
Любовь Шамшурина, ауыл биләмәһе хакимиәте белгесе: «Беҙ уларҙы Орловка ауылында яңғыҙ йәшәгән иргә фатирға индерҙек. Ҡасаҡтар өсөн урындағы ашханала өс тапҡыр бушлай туҡланыу ойошторолған. Ауыл хужалығы предприятиеһы аҙыҡ-түлек бүлгән. Урындағы халыҡ та кейем-һалым, көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итеп тора».
4 йәшлек Алина өсөн  күсенеү әллә ни ауыр бирелмәгән. Шуҡ ҡыҙ бала ихаталағы тиҫтерҙәре менән дуҫлашып та өлгөргән. Русландың тормош иптәше генә бер аҙ Украинаны һағына. Әммә тыныслыҡ ҡәҙерлерәк тип билдәләй ул. Йәшәгән йортоң янында снаряд ярылыуын көтөп йәшәү бигерәк ауырға төшә тигән фекерҙә ханым.
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика