Башҡорт тоҡомло бал ҡорттары юҡҡа сығыуы ихтимал 13.07.2016

Улар көньяҡтан килтерелгән бал ҡорттары менән ҡатнашып үҙ сифаттарын юғалта бара. Ғәйеп  яҙ етеү менән республика биләмәләренә килеп тулыусы сит төбәк умартасыларында. Улар башлыса  һатыуҙа арзан карпат һәм ҡаф тауы, Үзбәкстан бал ҡорттарын йөрөтә. Көҙ йүнселдәр ҡорттарын тейәп алып китә, ә проблема ҡала.

Өфө-Белорет юлындағы ауылдарҙа йәшәүселәрҙең түҙемлеге ахырына еткән. Берәй әмәлен күрмәһәләр, килмешәктәр менән мәсьәләне үҙебеҙ хәл итәсәкбеҙ, ти улар. Килмешәктәр тип  халыҡ сит төбәктәрҙән йөрөгән умартасыларҙы әйтә. Улар шул тиклем күп, хатта, урындағы халыҡҡа урман йөрөү ҙә сикле.
Урманға йөрөү бер хәл, ә бына урындағы умартасылар күргән ыҙа әйтеп бөтөргөһөҙ, ти  ауыл халҡы. Умарталыҡтарҙың саманан тыш күп булыуы арҡаһында ҡорттар бал йыйып та өлгөрмәй.
Әммә был проблемалар сәскә генә, ти белгестәр. "Гастролер" умартасылар ҡалдырған "емештәр" күпкә хәүефлерәк. Еңел табыш артынан ҡыуыусылар, башлыса, карпат, ҡаф тауы, үзбәк тоҡомло ҡорттар һатып ала. Бал йыйыу миҙгеле асылыу менән бер ниндәй рөхсәтһеҙ ҡайҙа етте шунда ҡуйып ҡорттарын эшкә егәләр.
Юл ситендә генә "мигрант" бал ҡорттарының бер умарталығы. Дадандар хатта, тағылманан төшөрөлмәгән дә. Дәүләт номерҙары буйынса йүнселдәр Томск өлкәһенән килгән. Ҡорттарҙың беҙҙең нескә билдәр түгел икәнлеге күренеп тора.

Иң ҡурҡынысы ситтән килтерелгән ҡорттар башҡорт тоҡомлоһо менән ҡушыла башлауында. Тиҙ арала һаҡлау саралары күрмәгәндә үҙебеҙҙең егәрле нескәбилдәрҙең бөтөнләй юҡҡа сығыуы ихтимал, ти белгестәр.
Ситтән килгән умартасыларҙың көньяҡ бал ҡорттарына өҫтөнлөк биреүе аңлашыла. Уларға тоҡом һаҡлау тигән төшөнсәләр ят. Иң мөһиме күберәк табыш алыу.

Үҙебеҙҙең нескәбилдәрҙе һатып алыусыларға субсидия биреү мәсьәләһе хөкүмәт кимәлендә лә ҡуйыртыла. Был алым башҡорт бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыуға тәүге һәм яҡшы аҙым буласаҡ, тип иҫәпләй белгестәр.
Шулай ҙа сит өлкәләрҙән билдәһеҙ бал ҡорттарын индереүҙе сикләүсе аныҡ ҡына закон юҡ. 90-сы йылдарҙа ул булған. Ләкин 14 йыл элек  ғәмәлдән сыға. Уның кире яҡтары шунда уҡ һиҙелә башлай. Бөгөн таҙа тоҡомло бал ҡорттары республиканың 4-5 районында ғына һаҡланып ҡалған. Ҡәтғи саралар күрелмәһә  уларға ла "Ҡарауыл" ҡысҡырырға тура килмәҫме?

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика