«Башҡорт телен өйрәнәм» 08.09.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тиҙҙән эфирға сығасаҡ яңы проект шулай атала. Программа төрлө милләт вәкилдәренә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡорт телен өйрәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Ижади эш майҙаны. «Башҡорт телен өйрәнәм» проекты хеҙмәткәрҙәре ноутбуктағы башҡорт клавиатураһын  тикшерә, операторҙар  эшкә әҙерләнә. Реалити-шоу форматындағы яңы проектта ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә махсус парта һәм ноутбук ҡаралған.
Башҡорт телен өйрәнеүселәр араһында Мадагаскар утрауынан Жульен Селестин да бар. Ул күптәргә этно-барабан музыка ҡоралы оҫтаһы булараҡ яҡшы таныш. Быйыл Өфө дәүләт авиация техник университетын "Ҡыҙыл диплом"ға тамамлаған белгес әле аспирантураға уҡырға ингән. Тырышып  телдәр өйрәнә. Шул иҫәптән  башҡорт телен.
Жульендан тыш, проектта дүрт милләт вәкиле ҡатнаша. Эксперимент формаһында ойошторолған реалити-шоуҙа  5 ҡатнашыусы 12 сәғәт эсендә башҡорт телен өйрәнергә тейеш. Проект авторҙарының маҡсаты уларҙы кәм тигәндә 200-300 һүҙ  запасы менән башҡортса иркен аралашырға өйрәтеү. Дәресте Аҡмулла телендә һөйләшеүҙе ҙур бәхет һанаған урыҫ егете Вячеслав Чернев алып бара.
Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа милли телдәрҙе популярлаштырыуға халыҡ-ара кимәлдә  ҙур иғтибар бүленә. Был йәһәттән, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ла етди аҙым яһай. Быға тиклем эфирҙа балалар өсөн генә проект донъя күрһә, тиҙҙән тамашасы уның киңерәк мөмкинлектәре менән танышасаҡ.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика