Башҡорт лимонының киләсәге бармы?!  05.10.2015

Өфө лимонарийы Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылыуы ихтимал. Бөгөн был етди мәсьәлә  буйынса йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Яңы статус уҡытыу-тәжрибә хужалығының үҫешенә булышлыҡ итер, үҙ хоҡуҡтарын яҡлау мөмкинлеген бирер тип көтөлә. Ни тиһәң дә, ҙур биләмәлә экзотик емеш-еләктәр генә түгел, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр ҙә һәр ваҡыт ҡарау аҫтында.

Өфө лимонарийы тирәләй күп ҡатлы биналар берәм-берәм ҡалҡа. Әйтерһең дә, шулай ел-дауылдарҙан «кәртә» булдырыла. Хәйер, ыңғай яғы ла бар. Был йорттарҙа йәшәүселәр өсөн матурлыҡ иле күҙ алдында, ҡул осонда ғына буласаҡ. Ял итергә йыраҡ йөрөргә кәрәкмәй. Шулай ҙа экзотик емеш-еләктәр, «Ҡыҙыл китап»ҡа индерелгән үҫемлектәр донъяһы биләмәһе хоҡуҡи яҡтан яҡлау алырға тейеш, тигән ҡарашта лимонарий хеҙмәткәрҙәре. Изге маҡсаттың асылы - киләсәктә уҡытыу-тәжрибә хужалығын Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип билдәләүҙә.
Фәриҙә Садиҡова,  Өфө лимонарийы етәксеһе: «Был беҙҙең лимонарий өсөн генә түгел, ә бөтә республика, ҡала өсөн бик әһәмиәте ҙур. Сөнки был статус булһа, беҙҙең лимонарий урынлашҡан ер, әлбиттә, ул тик беҙгә генә була. Һәм башҡа йорттар, икенсе капиталь төҙөлөш объекттары төҙөлмәҫ ине тип уйлайбыҙ».
Лимонарийҙың киләсәгенә бәйле йәмәғәт тыңлауҙарында төрлө фекерҙәр яңғыраны, шулай ҙа йүнәлеш бер - айырым һаҡланған биләмә статусын алыу - кәрәкле эш.
Мәхмүзә Ғәйнуллина, медицина фәндәре докторы, профессор, йәмәғәт тыңлауҙарында ҡатнашыусы: «Сөнки ул уникаль күренеш - был бер. Икенсенән ул - дан, әйтәйек. Һәм бына киҫкен континенталь климат булған ерҙә - 1 гектарҙа лимондар үҫеүе - ул үҙе бер тәбиғи мөғжизә тип әйтергә кәрәк».
Ысынлап та, күҙҙең яуын алырҙай урын. Төрлө сорттағы емештәр һары төҫкә ингән дә инде. Тәмдәре генә әскелтемерәк. Тиҙҙән уларҙы һатыуға сығарыу күҙаллана. Әйткәндәй, бында йылына 20 тоннанан да кәм уңыш йыйылмай. Айырым ҡарау һәм ҙур хеҙмәт талап иткән эш Башҡортостанда 90-сы йылдарҙа башлана.
Фирүзә Филиппова, уҡытыу-тәжрибә хужалығы хеҙмәткәре: «Лимондарҙы үҫтереү еңелдән түгел. Бына беҙҙең лимондар март айында сәскә атты, октябрь аҙағында ғына уңыш алабыҙ. Бына ошо арала лимондарға һыу һибәбеҙ, ерен тиреҫ менән ашлайбыҙ, үтә елдән һаҡлайбыҙ, сөнки улар һыуыҡты яратмай».
Тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу башҡа төр экзотик емеш-еләктәр һанын арттырыуға көслө этәргес буласаҡ. Был осраҡта Рәсәй буйынса ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә тәжрибәләр үткәреү мөмкинлеге асыла. Шул уҡ ваҡытта һуңғы йылдарҙа төбәктә тәбиғәт шарттары үҙгәреүгә бара. Был йәһәттән дә урындағы үҫемлектәрҙе тикшереү, уларҙы һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән эштәрҙе йәнләндереү мотлаҡ. Өфө урман хужалығы техникумы студенттары ла йыш ҡына практикаһын лимонарийҙа үтеп, ғилми эштәрен яңы төр үҫентеләрҙе өйрәнеүгә бағышлай. Йәштәр белдереүенсә, бындай эксперименталь майҙансыҡтың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы тип билдәләү өсөн йәмәғәт тыңлауҙарын ойоштороу ғына аҙ, алда дәүләт экологик экспертизаһын үткәреү, ғилми дәлилдәр менән нығытылған документтар йыйыу талап ителә.  
Әлегә лимонарийҙа йылына 20 меңдән ашыу кеше экскурсия үтә. Был үҙенә күрә ҙур ҡаҙаныш. Шулай ҙа киләсәктә уҡытыу-тәжрибә хужалығын ҡаланың туристик маршрутына индереү күҙаллана. Яңы статус иһә быға булышлыҡ итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика