«Башҡорт энциклопедия»һы нәшриәте диплом менән бүләкләнде

«Башҡорт энциклопедия»һы нәшриәте  диплом менән бүләкләнде 02.10.2014

Ғилми-нәшриәт комплексы Рәсәй Китап сығарыусылар ассоциацияһы саҡырыуы буйынса Халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә ҡатнашты.

Күләмле сара Рәсәйҙең тиҫтәләп төбәгенән һәм Төркиә, Бөйөк Британия, Германия, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙең билдәле нәшриәт йорттары, полиграфия компанияһы һәм фирмалары, ҙур фәнни-мәғариф үҙәктәре вәкилдәренең осрашыу һәм аралашыу үҙәгенә әйләнде. Был йәһәттән Башҡортостан экспозицияһы бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Һөҙөмтәлә «Башҡорт экциклопедия»һы тәҡдим иткән «Башҡортостан халыҡтары» баҫмаһы икенсе дәрәжәләге диплом менән бүләкләнә. Башҡортостан баҫмаһы республикала йәшәүсе милләттәрҙең тарихы, теле, мәҙәниәте хаҡындағы төплө мәҡәләләр, төҫлө һүрәттәр менән байытылыуы менән отошло тип баһаланды, ти нәшриәт хеҙмәткәрҙәре.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку