Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына - 65 йыл

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына - 65 йыл 06.11.2014

Юбилей уңайынан Конгресс-холл бинаһында тантаналы йыйылыш үтте. Осрашыуға Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, йәмәғәт эшмәкәрҙәре,  студенттар, уҡыу йортон төрлө йылдарҙа тамамлаусы билдәле юристар саҡырылды.

Хоҡуҡ институты тарихы 1949 йылдың 9 декабренә барып тоташа. СССР Министрҙар Советы ҡарары менән Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу юридик институтының Өфө филиалы асыла. Филиал республика Юғары суды бинаһының бер нисә бүлмәһен биләй. 1964 йылда филиал Свердловск юридик институтының Өфө факультетына әйләндерелә. 1972 йылдың ғинуарында ғына факультет Башҡорт дәүләт университеты составына индерелә. Был республикала юридик белем селтәрен киңәйтеүҙә яңы аҙым була.
1999 йылда юридик факультет Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтына әйләндерелә. Хәҙерге ваҡытта ул Башҡортостанда көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә юғары квалификациялы юристар әҙерләгән ҙур ғилми, уҡытыу һәм интеллектуаль үҙәк иҫәпләнә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика