Башҡорт дәүләт университетында студенттар өсөн яңы ятаҡҡа нигеҙ һалынасаҡ

Башҡорт дәүләт  университетында  студенттар өсөн яңы ятаҡҡа нигеҙ һалынасаҡ 21.08.2014

Бина Зәки Вәлиди  һәм  Гоголь урамдары киҫешендә урынлашасаҡ.


Республиканың төп юғары уҡыу йорто бихисап гранттар еңеүсеһе, донъя кимәлендәге лабораториялар, техник һәм гуманитар фәндәр үҙәге булараҡ танылған. Әммә бығаса университеттың ятаҡтарында студенттарға урын етмәй, өҫтәүенә, йәшәү шарттары ла маҡтанырлыҡ булмай. Быйыл юғары уҡыу йортоноң 105 йыллығы уңайынан яңы бинаға нигеҙ һалыу ҡаралған. Ул тантаналы шарттарҙа үтәсәк. Сара яңы уҡыу йылы байрамына планлаштырылған.
Николай Морозкин, Башҡорт дәүләт университеты ректоры: «Ҡырҡ йылдан һуң беҙ  замана талаптарына ярашлы ятаҡ төҙөргә рөхсәт алдыҡ. Ул ҡаланың үҙәгендә урынлашасаҡ. Төҙөлөшкә 308 миллион аҡса бүленде. 2016 йылда беҙҙең студенттар яңы, уңайлы бүлмәләрҙә урынлашыр, тип өмөт итәбеҙ. Проект буйынса 1120 урын иҫәпләнгән. Был беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку