Башҡорт дәүләт университетында «Ислам-киң мәғлүмәт сараларында» тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте

Башҡорт дәүләт университетында «Ислам-киң мәғлүмәт сараларында» тигән темаға түңәрәк өҫтәл үтте 11.03.2016

Ул Башҡортостан башлығы эргәһендәге конфессия-ара мөнәсәбәттәр советы менән Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты тарафынан ойошторолдо.

Дини темаға арналған мәсьәләләрҙә журналистар конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе дәүләт сәйәсәтен һәм төрлө конфессия-ара хеҙмәттәшлекте иҫәпкә алып эш итергә бурыслы. Башҡортостанда ғына 22 төрлө дини ойошма бар. 1300 мәсет эшләй, 40 иман йорто төҙөлә. Республика дини ойошмаларының 68 проценты ислам дине нигеҙҙәренә таянып эш итә. 2015 йылда дини экстремизмға һәм террорға ҡаршы 300-ҙән ашыу сара ойошторолған.
Рәсәй дини ойошмалары Башҡортостан Диниә назаратының киң мәғлүмәт саралары менән эш тәжрибәһен ыңғай баһаланы. Киң мәғлүмәт сараларында  дини теманы яҡтыртыусы журналистарға БДУ-ның тарих факультетында асылған теология бүлегендә ғилми-ғәмәли белемдәрен арттырыу мөмкинлеге асыла. Бында дәүләт, йәмғиәт һәм ислам конфессияһы араһында ихтыяж менән файҙаланылған белемле теологтар әҙерләнәсәк.      

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика