Башҡорт әҙәбиәте һәм фәне ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡорт әҙәбиәте һәм фәне ауыр юғалтыу кисерҙе 23.01.2015

Ҡаты ауырыуҙан һуң  яҙыусы, ғалим һәм педагог Рафаэль Аҙнағолов арабыҙҙан китте.

Рафаэль Ғәйнетдин улы 1941 йылда Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Үрге Үтәғол ауылында донъяға килгән. 1969 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.  Төрлө йылдарҙа Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында, РСФСР Мәғариф министрлығы Милли мәктәптәр ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында, Милли мәғариф проблемалары институтында һәм үҙе уҡыған уҡыу йортоноң башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһында эшләй.  Филология фәндәре кандидаты, педагогия фәндәре докторы ғилми дәрәжәләрен яҡлай.  1998 йылда Рафаэль Аҙнағолов Башҡорт теленең орфографик, 2003 йылда Башҡорт-рус мәктәп һүҙлектәрен әҙерләп сығара. Матбуғатта әҙәби тәнҡит һәм аналитик мәҡәләләр менән сығыш яһай. Рафаэль Аҙнағолов һәр ваҡыт әүҙем гражданлыҡ позицияларында тора, тыуған Башҡортостанының, теленең һәм мәҙәниәтенең патриоты була.  Һоҡланғыс шәхестең  яҡты иҫтәлеге күңелдәрҙә орҙаҡ һаҡланыр.
Мәрхүм менән хушлашыу 24 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә Башҡорт дәүләт универститетының төп корпусында, Зәки Вәлиди урамы 32-се йорт адресы буйынса үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку