Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе

Башҡорт әҙәбиәте ауыр юғалтыу кисерҙе 14.12.2015

Отставкалағы авиация полковнигы, билдәле яҙыусы, Бөйөк ватан һуғышы ветераны Азат Мағазов 89-сы йәшендә ҡаты ауырыуҙан һуң вафат булды.

Азат Шәйехйән улы Мағазов 1926 йылдың 17 декабрендә Миәкә районы Баязит ауылында тыуған. 1943 йылда мәктәпте тамамлағандан һуң штурм авиацияһы полкы составында 1, 2, 3-сө Балтик буйы һәм Ленинград фронттарында ҡатнаша.

1952 йылда Харьков авиация штурмандары училищеһын тамамлай, бер үк ваҡытта Харьков педагогия институтында уҡый. 30 йыл армияла хеҙмәт иткәндән һуң Азат Мағазов полковник дәрәжәһендә отставкаға сыға. Мәрхүм менән хушлашыу 15 декабрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы фойеһында уҙа.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку