Башҡорт балы байрамы 15.08.2014

Яңауыл  районы  үҙәгендә умартасылар  өсөн ойошторолған  семинар-практикум татлы бал байрамы менән тамамланды.

Яңауыл - баллы төбәк. Ҡортсолоҡ менән районда яҡынса мең кеше  шөғөлләнә. Былтыр урындағы умартасылар һатыуға 135 тонна бал сығарһа, быйыл ул тағы ла күберәк булыр тип күҙаллана.  Һуңғы йылдарҙа халыҡ кәсебенең был тармағына ҡарата дәүләт иғтибары артты. Ҡортсолоҡ үҫешә, төрлө субсидиялар бирелә. Әммә умартасыларҙы борсоған мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Уларҙың береһе - балды һатыу. Райондың үҙешмәкәр артистары сығыш яһаған ваҡытта баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙың балдарын тәмләп ҡараны.
Бал йәрминкәһендә ҡатнашыусы егерме умартасының һәр береһе айырым бүләкләнде. Райондағы иң тәмле һәм файҙалы бал Вояды ауылынан умартасы Соня Имамованыҡы тип билдәләнде. Ә Яңы Уртауылдан Айҙар Имамов иң яҡшы умартасы тип табылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика