Баш күтәреүселәр һәм Фарсы ҡултығы илдәренең хәрби көстәре араһында сыҡҡан һуғыш арҡаһында Йемен дәүләтенән Рәсәй граждандарын эвакуациялау дауам итә

Баш күтәреүселәр һәм Фарсы ҡултығы илдәренең хәрби көстәре араһында сыҡҡан һуғыш арҡаһында  Йемен дәүләтенән Рәсәй граждандарын эвакуациялау дауам итә 06.04.2015

Аравия ярымутрауында бәрелештәр бер нисә йыл дауам итә. Әммә һуңғы көндәрҙә һуғыш көсәйҙе. Аден ҡалаһында Рәсәй вәкиллеге утҡа тотолғас тыныс халыҡ эвакуациялана башланы. Тәүге самолет Үзбәкстан, Тажикстан, Польша, Белоруссия һәм Украина граждандарын да алды. Әле йәмғеһе 9 йөҙгә яҡын кеше сығарылған. Башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар. Ут эсенән сыҡҡандар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар.

Һуғыштың бар ҡурҡынысын аңламаһа ла кескәй Мостафа уны үҙ күҙҙәре менән күреп өлгөргән. Самолеттан ырғытылған бомбалар улар йәшәгән ерҙән алыҫ түгел генә шартлаған.
Виктория Сылкина Йемен дәүләтенә буласаҡ ире артынан институт тамамлағас та китә. Ире нефтсе, ә ҡатын хужабикә. 2004 йылда барыһы ла тыныс ине, тип хәтерләй Виктория. Хатта 2010 да ла ваҡыты-ваҡыты менән бәрелештәр булһа ла йәшәрлек булған. Ул йылды ҡыҙға ата-әсәләре лә сит илгә ҡунаҡҡа бара.
Һуңғы көндәрҙә Йемендә тыныслыҡ тулыһынса боҙолдо. Илдә тулы масштаблы һуғыш бара. Ләкин ябай халыҡ ҡына кем менән һәм нимә өсөн һуғышҡандарын аңламай, ти Виктория.
Викторияға ут эсенән сығыу еңелдән булмай. Хөситтәр күп кенә аэропорттарҙы утҡа тотҡан. Улар йәшәгән Асана ҡалаһында ғына осош һыҙаты тейелмәй ҡалған. Самолетҡа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ултыртыла.
Төрлө сығанаҡтар буйынса, Йеменда бәрелештәр ваҡытында 5 йөҙҙән ашыу кеше һәләк булған. Йәрәхәтләнеүселәр меңдән ашҡан.  Виктория ире өсөн ҡайғыра. Үҙ граждандарын республика  билдәһеҙ сәбәптәр менән ситкә сығармай.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку