Баш ҡаланың театр скверында иң ҙур фонтандарҙың береһе төҙөлә

Баш ҡаланың театр скверында иң ҙур фонтандарҙың береһе төҙөлә 14.05.2015

Уға нигеҙ 2015  йылдың мартында  һалына. Ял зоналарын  үҙгәртеп ҡороу программаһына ярашлы, объекттың эргә-тирәһе  төҙөкләндерелә.

Фонтандың уртаһына «Ете ҡыҙ» тип аталған бронзанан эшләнгән дүрт метрлыҡ скульптура композицияһы ҡуйыласаҡ.  Төҙөүселәр был скверҙы киләсәктә баш ҡала халҡының һәм ҡунаҡтарының иң яратҡан ял  урынына әүерелдерергә ниәтләй. Бөгөн театр скверы майҙанында эш ҡайнай.  Фонтандың нигеҙен нығытыу, һыу торбалары үткәреү эштәре йылдам бара. Бер үк ваҡытта  майҙанды яҡтыртыу өсөн ҡуйыласаҡ бағаналарға электр лампочкалары борола. Фонтанды июнь башында асыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку