Баш ҡаланың Шаҡша биҫтәһе тәңгәлендә Өфө йылғаһы ярҙарына ҡайта башланы 26.04.2016

Әле унда һыу кимәле 854 сантиметр тәшкил итә. Ағиҙел менән Димдә һыу һаман күтәрелә. Бөгөн иртәнге сәғәт һигеҙҙә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Ағиҙел менән Дим йылғаларында һыу кимәле 4-шәр сантиметрға күтәрелеп, 756 һәм 352 күрһәткестәренә еткән. Павловка һыу һаҡлағысы һуңғы көндәрҙә тулы ҡеүәттә эш башланы.

Шаулап аҡҡан һыу алыҫтан уҡ ишетелә. Павловка һыуһаҡлағысы быйыл ваҡытынан алда асылды. Быға миҙгелдең ҡарлы, һыуҙың мул булыуы сәбәпсе булды. Һыу килеүен дауам итә.
Сергей Жеребкин, Павловка һыу һаҡлағысының эксплуатация бүлеге етәксеһе: «Һыу ебәреү ун көндән бер айға тиклем дауам итеүе ихтимал. Барыһы ла һыуҙың күплегенән тора. Ғәҙәттә, ташҡын  ваҡыты уртаса 60 көнгә һуҙыла. Республика буйынса иң көслөһө 1978 йылда теркәлде. Ул саҡта һыу 95 көн китмәне».
Шуға ла гидроэлектростанцияның бар дүрт шлюзы ла эшләй. Береһенән  секундына уртаса 193 кубометр һыу сыға.
Ғәҙәттә, шлюз ҡапҡастары тәүлегенә ике тапҡыр - иртәле- кисле асыла. Шулай ҙа ташҡын иң юғары нөктәһенә етеү сәбәпле, ул һуңғы көндәрҙә тәүлек әйләнәһенә тулы ҡеүәттә эшләй. Быға көндәрҙең йылы тороуы, яуып үткән ямғырҙар һәм һыуһаҡлағыстың үрге ағымында тығындар барлыҡҡа килеүе йоғонто яһауы ихтимал. Бар күрһәткестәр ҙә гидроузелдың үҙәк диспетчер пультында күренә. Белгестәр бында һыуһаҡлағыстың шлюзын асырғамы, юҡмы икәнлеген хәл  итә.
Ә был Павловка һыу һаҡлағысының машина залы. Бында барлығы дүрт гидроагрегат эшләй. Ул һыуҙы нормала тотоуы менән үҙенсәлекле. Әлеге ваҡытта был ҡоролма секундына 203 кубометр һыу ебәрә.
Павловка һыу һаҡлағысы йыл һайын план буйынса асыла. Һыу ебәреү май урталарына тиклем дауам итә. Әйткәндәй, гидроэлектростанция хеҙмәткәрҙәре ташҡындың иң юғары нөктәһе һуңғыһы булмауы ла ихтимал ти. Шуға ла бар көс Өфө йылғаһының һыу кимәлен контролдә тотоуға йүнәлтелә. Һыуһаҡлағыс шлюздарының тулы ҡеүәттә эшләүе халыҡ йәшәгән урындарға хәүеф менән янамай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика