Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләйәсәк халыҡ-ара матбуғат үҙәге төҙөлә башланы

Баш ҡаланың Салауат Юлаев майҙанында ШОС һәм БРИКС саммиттарында эшләйәсәк халыҡ-ара матбуғат үҙәге төҙөлә башланы 13.05.2015

Комплекс 9 меңгә яҡын квадрат метрҙы биләйәсәк һәм меңдән ашыу журналисты һыйҙырасаҡ.

Матбуғат үҙәге тиҙ йыйылмалы каркастарҙан тора һәм уны күтәреү өсөн нигеҙ талап ителмәй. Ул бер нисә күп функциялы комплекстарға бүленгән. Журналистар бер урында яҙыу, мәғлүмәтте эшкәртеү һәм эфирға ебәреү мөмкинлеге аласаҡ. Ошонда уҡ брифингтар, кәңәшмәләр үткәреү ҙә мөмкин.  
Николай Фадеев, ШОС һәм БРИКС офис-төркөмө директоры: «Халыҡ-ара матбуғат үҙәген төҙөү саммиттар сиктәрендә алып барыла. Ҡала халҡынан килтерелгән уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенәбеҙ. Ҡоролмаларҙы 30 июлгә тиклем һүтеү планлаштырыла».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку