Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мультимедиялы мәҙәни-белем үҙәге асылды

Баш ҡаланың «Родина» кинотеатрында мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мультимедиялы мәҙәни-белем  үҙәге асылды 25.03.2015

Уның исем туйы Бөтә донъя изгелек көнө сиктәрендә ойошторолдо.

Мультимедиялы үҙәк  37 урынға иҫәпләнгән. Ул  элекке «йәшел» залда урынлашҡан. Проект  республика башлығының 10 миллион һумлыҡ гранты ярҙамында ғәмәлгә ашырылған. Бүленгән суммаға мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Үҙәкте асыу тантанаһы Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы  студенттарының сығышынан башланды. Улар кескәйҙәр иғтибарына «Ҡуян, төлкө һәм әтәс» әкиәтен сәхнәләштерҙе. Бынан тыш, килгән ҡунаҡтар «Башҡортостан» киностудияһы төшөргән «Алдар һәм һоро бүре» йәнһүрәтен ҡараны. Иртәгә яңы зал эш режимында эшләй башлай. Тәүге көндә тамашасылар яратып өлгөргән «Әсә» фильмы күрһәтелә. Үҙәктә шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, фильмдарҙан һуң фекер алышыуҙар, фестивалдәр ойоштороу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку