Баш ҡаланың «Нефтехимик» ял һәм мәҙәниәт паркында «Өмөт» аллеяһы барлыҡҡа килде

Баш ҡаланың «Нефтехимик» ял һәм мәҙәниәт паркында «Өмөт» аллеяһы барлыҡҡа килде 29.08.2014

Үҫентеләрҙе ултыртыуҙа физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҡатнашты.

Төрлө йәмәғәт ойошмалары, Башҡот  дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенттары ярҙамы менән кескәйҙәр  йүкә, тирәк, шыршы ағастарынан яңы аллея ултыртты. Ошонда уҡ инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләр өсөн  бушлай юридик консультация  үҙәге эшләне. Ата-әсәләрҙең һорауҙарына сараны
ойоштороусы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Руфина Шаһапова яуап бирҙе. Байрам һуңында концерт та ойошторолдо. Төрлө уйындарҙа һәм ярыштарҙа ҡатнашыусы балаларға татлы бүләктәр тапшырылды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика