Баш ҡаланың Ленин паркында ла әле байрам концерты бара 09.05.2016

Бында Киров районының үҙешмәкәр коллективтары, юғары уҡыу йорттары студенттары һәм ветерандарҙың сығыштарын ҡарарға мөмкин. Сара иртә менән Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды.

Ленин исемендәге паркта Еңеү көнөнә арналған байрам тантанаһы Советтар Союзы Геройы Александр Матросов һәйкәленә гөлләмәләр һалыуҙан башланды. Һуғышта дошман дзоты амбразураһын күкрәге менән ҡаплап батырҙарса һәләк булған яугир бөгөн дә митингҡа йыйылыусыларҙы ғорур ҡаршы алды. Сара бер минут тынлыҡ менән башланды. Артабан һүҙ ветерандарҙың үҙҙәренә тапшырылды. Ҡаһармандарҙың хәтирәләрен тыңларға халыҡ һәр ваҡыттағыса күп йыйылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуғыш дәһшәте һәр ғаиләгә тиерлек оло юғалтыуҙар килтерә.
Паркка бөгөн халыҡ ял итергә түгел, Еңеү яулаған һалдаттарға баш эйергә, рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә килгәйне. Яугир Рәйес Әбдрәшитов та ҡатыны менән ҡотлау сәләмдәрен ҡабул итә. Ул 1943 йылда Советтар армияһы сафына алынып, Ленинград фронтына эләгә. Әнисә Ибраһим ҡыҙы иһә блокада үткән. Бөгөн ғаилә имен тормошта йәшәүе менән бәхетле.
Митингта ҡатнашыусылар артабан байрам концертын ҡараны. Сәхнәлә ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр ижади коллективтары уҙған быуат батырҙарына дан йырлай. Шулай уҡ студенттар ҙа моңло күстәнәс менән килгән.
Оло йәшкә еткән яугирҙарҙың теләге бер - ил халҡы татыулыҡта йәшәһен, үҫеп килгән быуын патриотик рухта тәрбиәләнһен.
Ленин паркында ойошторолған байрам концерты сәғәт бишкә тиклем бара. Сара аҙағында «Мин һине яратам, тормош» республика конкурсының еңеүселәре билдәләнә, йәғни, сәхнәгә оло быуын вәкилдәре - ветерандар үҙҙәре сығып, йыр-моңға маһирлығын күрһәтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика