Баш ҡаланың коммуналь хеҙмәттәре  ихаталарҙа комплекслы  эш алып бара 14.01.2016

Йорт ҡыйыҡтары, тротуарҙар, подъездар  һәм юлдар асфальтҡа тиклем таҙартыла. Бөгөн мәҫәлән, Өфөнөң  Киров, Ленин, Октябрь һәм Совет райондарында эш ҡайнаны. Коммуналь хеҙмәттәр был көндәрҙә граждандарҙы автомобилдәрен ихатала ҡалдырмауын үтенә, сөнки транспорт саралары ҡарҙы сығарыуға ҡамасаулай.

Ибраһимов бульвары 25-се  йорт алды ихатаһы төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Ҙур булмаған майҙанда ауыр техника мыжғый, махсус ялланған эвакуатор эште тотҡарлаусы автомобилдәрҙе күсерә. Планға ярашлы, ихата асфальтҡа тиклем ҡарҙан таҙартыла.
Ләкин коммуналь хеҙмәттәрҙең был эшен оҡшатмаусылар ҙа табылды. Әйтерһең дә, ҡырылған ҡар өҫтәмә мәсьәләләр генә күтәрҙе. Бәлә ихаталағы соҡорҙарҙа тип аңлата йортта йәшәүсе Марат Гәрәев. Ҡала һәм район хакимиәтенә, торлаҡ-коммуналь хужалығына мөрәжәғәттәр һөҙөмтәһеҙ ҡала.
Марат Гәрәев, Ибраһимов бульвары 25-се йортта йәшәүсе: «Улар беҙгә 2014 йылда уҡ ихатала асфальтты яңыртабыҙ тип вәғәҙәләгәйне, документтар ҡулда. Тик уларҙың файҙаһы ғына юҡ. Бына хәҙер ҡар таҙалаған булалар, ул нимә өсөн кәрәк? Экскаватор килтергәндәр, барыбер уның өсөн беҙгә түләргә. Тишектәрҙе ямаһалар яҡшыраҡ булыр ине».
Соҡорҙар ҡар аҫтында ҡалһа ла, көҙ  эшләнгән фотоларға ҡарап ихатаның танк полигонына оҡшағанына инанаһың. Был яҙ подъезд алдында барлыҡҡа килгән күләүек күлгә әйләнер тип тә хафалана фатир хужалары. Нишләптер асфальттан ҡырып алынған ҡар ихатанан сығарылыу урынына ошонда уҡ өйөп ҡуйыла.  
Артур Байбурин, Ибраһимов бульвары 25-се йортта йәшәүсе: «Минеңсә, был бөтөнләй халыҡҡа төкөрөп ҡарау! Бысраҡ ҡарҙы ихатала өйәләр, аҙаҡ ул иреп аға башлаяасаҡ. Беҙ нимә өсөн түләйбеҙ тип аптырарға ғына ҡала».
Совет районының идарасы компанияһы вәкилдәре ҡарҙы ихатанан алып сығырға вәғәҙ итте. Улар шулай уҡ көндәр йылынғас ихаталағы асфальт ҡатламын яңыртыу мөмкинлектәрен табасағы тураһында ла хәбәр итте. Вәғәҙәләр был юлы үтәлерме, юҡмы, ваҡыт күрһәтер...

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика