Баш ҡаланың Калинин районында йыр-бейеүҙәр үрелеп барған йәнле тамашаны меңдәрсә кеше ҡараны

Баш ҡаланың Калинин районында йыр-бейеүҙәр үрелеп барған йәнле тамашаны меңдәрсә кеше ҡараны 01.06.2015

Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан ойошторолған сара мауыҡтырғыс булһын өсөн өлкәндәр ҙур тырышлыҡ һалған.

Бөгөн Беренсе  май исемендәге парк гөрләп торған ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Балаларға хатта йорт хайуандарын иркәләргә рөхсәт ителде. Уларҙы бигерәк тә быға тиклем һүрәттәрҙән һәм интернет аша ғына күргән ҡуян балаһы шатландырҙы. Ҡояш ҡапыл ҡыҙҙырып, түҙеп торғоһоҙ эҫе  булһа ла, өлкәндәр балаларҙы байрамһыҙ ҡалдырманы.
Айгөл Билалова, Калинин районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге  әйҙәүсе белгесе: «Был байрам йылдағыса күңелле үтә.8-9 уйын станциялары ойошторолған. Күңелле ярыштарҙа, уйындарҙа һәр кем ҡатнаша ала. Байрамда бушлай туңдырма таратыла. Һыуҙар ,эсемлектәр һәр береһе өсөн әҙерләнгән».
Бәләкәстәр әсәләре менән күләгәлерәк урындарға йыйылған. Биттәренә төрлө әкиәт геройҙарын төшөрөргә теләүселәрҙе хатта ҡайнар ҡояш та ҡурҡытмай. Сағыу байрам түрендә йөрөгән изге күңелле әсәләрҙең, бала-сағаның, йомарт оләсәйҙәрҙең кәйефе күтәренке.
Балалар байрамына «Айҙар» студияһының вокал мәктәбендә шөғөлләнеүселәр ҙә сағыу программа әҙерләгән. Һәләтле балалар менән эшләүсе йырсы Айҙар Ғәлимов  олоһон-кесеһен моңло йырҙары менән һөйөндөрҙө. Сәхнә оҫтаһының үҫмерҙәр менән бергә сығыш яһауы байрамға йылылыҡ ҡына өҫтәне. Изге күңелле йырсы мөмкинлеге сикләнгән Илнур исемле егет менән дә сығыш яһаны. Халыҡ артисы тамашасыларҙы һәр ваҡыттағыса ихласлығы, ауыр тормош хәленә ҡалғандарға  ярҙамға әҙер тороуы менән арбаны.
Айҙар Ғәлимов, Башҡортостандың халыҡ артисы: «Был байрам бөтә халыҡ өсөн яҡын һәм ҡәҙерле. Йәйҙең беренсе көнө булғаны өсөн генә түгел. Миңә ҡалһа уға ҙур мәғәнә һалынған. Бөгөн беҙ балаларҙы яҡлаһаҡ, улар ҡасан да булһа беҙҙе үҙҙәре лә яҡлар».
Башҡаланың Калинин районында ойошторолған байрам үҙ маҡсатына иреште. Балалар саранан күңелдәренә дәрт, илһам алып таралышты. Башланып торған йәй уларға ошо матур көн менән дә иҫтә ҡаласаҡ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку