Баш ҡаланың Еңеү паркы яңы техника менән тулыланды

Баш ҡаланың Еңеү паркы яңы техника менән тулыланды 07.10.2015

Асыҡ һауалағы музейҙа туғыҙ хәрби техниканан торған аллея барлыҡҡа килде.  Экспонаттар араһында пехотаның хәрби машиналары, үҙйөрөшлө ҡоролмалар, гаубицалар һәм башҡа артиллерия ҡоралдары.  

Паркта урынлашҡан бар техника ла үткән быуат ҡоралы. Ләкин уларҙың барыһы ла төҙөк һәм теләгән ваҡытта һуғышҡа инә ала. Артиллерия ғәскәрҙәре «ветерандарын» Омск, Екатеринбург һәм башҡа ҡалалар янында урынлашҡан хәрби частәрҙән алғандар. Ҡала етәкселеге әйтеүенсә, был техника буласаҡ экспозицияның беренсе өлөшө генә. Киләсәктә паркта 55 хәрби техника ҡуйыласаҡ.  Паркты  яңы экспонаттар менән тулыландырыу кәрәклеген Еңеү көнөн билдәләгән мәлдә республика башлығы белдергәйне. Сөнки асыҡ һауалағы музей мемориаль әһәмиәтенән бигерәк  йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләү өсөн дә файҙалы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку