Баш ҡаланың 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында «Ҡыҙыл әтәс» уйнаны

Баш ҡаланың 2-се ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында «Ҡыҙыл әтәс» уйнаны 06.09.2016

Бәхеткә, был осраҡ янғын һүндереүселәрҙең сираттағы күнекмәһе генә булып сыҡты. Хәүефһеҙлек сараһы маҡсатлы рәүештә уҙғарылды - 18 сентябрҙә бина 308-се һайлау участкаһына әйләнәсәк.

Мәжбүри эвакуацияла медицина учреждениеһы персоналы, пациенттар теләп ҡатнашты. Табипҡа күренергә килгән тиҫтәләгән йөклө ҡатын минут ярым эсендә урамда ине. Янғын һүндереү машинаһы ла ваҡытында килеп етте. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл булған осраҡта күрелергә тейешле сараларҙы теүәл башҡарҙы. Артабан улар барыһын да ут сыҡҡанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре менән таныштырҙы. Әйткәндәй, бындай профилактик осрашыуҙар һәр һайлау участкаһында үткәреләсәк, белгестәр уның сиктәрендә янғын һағы системаһы торошон да тикшерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика