Башҡаланың 10-cы һәм 95-cе мәктәптәрендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр үтте

Башҡаланың 10-cы һәм 95-cе мәктәптәрендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса күнекмәләр үтте 04.09.2015

Граждандарҙы янғындан һаҡлау айлығында бындай уҡыуҙар  Республиканың бөтә мәктәптәрендә лә ойоштороласаҡ.

Күмәк кеше уҡыған мәктәптәрҙә янғын сыға ҡалһа үҙеңде нисек тоторға, иҫкәртеү сиренаһын ишереү менән ни эшләргә кәрәклеген күнекмәлә ҡатнашҡан уҡыусылар яҡшы аңлай.
Айгөл Хөсәйенова, Өфөнөң 10-сы мәктәбе уҡыусыһы: «Бындай уҡыуҙар беҙгә бик кәрәк, янғын сыға ҡалһа беҙ янғын һүндереүселәрҙең командаһы буйынса эш итергә тейешбеҙ».
Мәктәптәрҙә тәрбиәүи эш алып барыусы һәм янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтеүсе хеҙмәткәрҙәр үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Үҫмерҙәр ауыр хәлгә ҡалғанда ҡотҡарыусыларҙы һәм ут сыҡҡан осраҡта янғын һүндереүселәрҙе ярҙамға саҡыра ала. Ҡыҙҙар, егеттәр  уларҙың телефон һандарын дөрөҫ итеп әйтеп, был өлкәлә яҡшы мәғлүмәтле икәнлектәрен күрһәтте
Илдар Мостафин, Өфө ҡалаһы Ленин районының янғындарҙы иҫкәртеү бүлеге етәксеһе: «Беҙҙең төп эш-өйрәтеү, һөйләү һәм аңлатыу..Балаларҙы үҙебеҙ эштә ҡулланған техника менән таныштырабыҙ. Янғын һүндереүсе һөнәренең бәҫен күтәрергә тырышабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика