Баш ҡалала йәшәүсе уҙаман Рәсәй урамы тирәләй урынлашҡан гараждарҙың береһенән автомобилен сығара алмай интегә

Баш ҡалала йәшәүсе уҙаман Рәсәй урамы тирәләй урынлашҡан гараждарҙың береһенән автомобилен сығара алмай интегә 16.09.2015

Был объект ишектәре тулыһынса асылып бөтмәй, электр бағанаһы ҡамасаулай.

Вилүр Еникеевҡа Яңы йыл байрамынан һуң гараж ишектәре ябыла. Хәҙер ул ҡуртымға алынған объекттан дуҫынының автомобилен сығара алмай йонсой. «Яҡын кешемә ярҙам итәм тип,  зыян күрҙем», - ти уҙаман. Бәлки, ҡыш гараж алдына ҡуйылған электр бағанаһына ҡул да һелтәр ине ул, әгәр Тимер ат «тотҡонлоҡта» ҡалмаһа.
Бәхеткә, гаражға инеп-сығырлыҡ урын ҡалдырылған. Вилүр Еникеев бында йыш килеп йөрөй. Уның дуҫы автомобилде «утилләштереү» программаһына индерергә теләй ҙә бит, мөмкинлек кенә табылмай. Бағананы былай ғына күсереп булмай, аҡса кәрәк. Әйткәндәй, ул яҡында төҙөлөш эштәре тамамланғас ҡуйыла. Зыян күреүсе ғинуарҙа уҡ ярҙам һорап подрядсыларға мөрәжәғәт итә. Хәйер, уларҙың ярҙамы һүҙҙә генә ҡала.
Яҡын киләсәктә был гараждар урынында юл һалынырға тейеш,- ти подрядсы ойошма вәкилдәре. Барыһы ла генераль план буйынса эшләгән. Электр бағанаһы документтар буйынса раҫланған урында тора. Әгәр ул икенсе ергә ҡуйылған булһа, уларға штраф һаныныр ине. Шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡ үткәреү тураһында автоһәүәҫкәрҙәрҙе алдан иҫкәртәләр.
Михаил Мошин, подрядсы ойошма хеҙмәткәре: «Гараж хужаһы менән тәүге тапҡыр осрашҡанда, уға генераль план буйынса бында бағана торорға тейешлеген аңлаттыҡ. Ул  ризалашманы. Хәҙер ҡала хакимиәтенә барып ялыуҙар яҙып йонсота. Быға өҫтәп, машинаһы ла бит әле емерелеп бөткән. Уның урынына ун биш мең һум тәҡдим иттек. Алмаған була».  
Хәҙер Вилүр Еникеев судҡа мөрәжәғәт итергә уйлай. Ғәҙеллек булырға тейеш, ти ул.
Был объект эсендәге тимер ат ныҡлы һаҡ аҫтында тиһәк хата, булмаҫ. Сөнки бағана торғанда уны бер кем дә урлап алып китмәйәсәк. Шулай ҙа намыҫһыҙҙар өсөн кәртәләр ҙә юҡ. Улар стена кирбестәрен емереп тә гаражға төшә. Бурҙарҙы ғәҙәттәгесә, запас частәр ҡыҙыҡһындыра.
Ә төҙөүсе ойошмаларға ерҙең һәр метры ҡәҙерле. Был майҙандар парковка урындарын булдырыуға, яҡтылыҡ менән тәьмин итеүгә кәрәк. Зыян күреүсе гараж хужаһы иһә «утилләштереү» программаһына өлгөрөргә тырыша.
Гөлназ Хәйбуллина


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку