Баш ҡалала йәшәү күптәрҙең хыялы кеүек 05.11.2015

Әммә Өфөнөң Дим биҫтәһенә ҡараған Кустарев урамында йәшәүселәр кире ҡарашта. Ун йыл элек Романовка ауылы ҡала ҡарамағына күсерелә, шулай ҙа алға китеш кенә күҙәтелмәй. Әйтәйек, һыу үткәргес селтәрҙәрен үткәреү мәсьәләһе әлегәсә хәл ителмәгән. Уҙған  йәкшәмбе янғындан һуң Ефимовтар ғаиләһе урамда тороп ҡала. Биҫтәлә йәшәүселәр бәләне һыу булмауына бәйләй.

Кейем-һалым, мебель, документтар тураһында әйтәһе лә түгел. Уларҙан тик көл генә ҡалған. Катя Ефимова янғын сыҡҡан кистә ата-әсәһе менән өйҙә булмай. Хәйер, яңғыҙы ғына ҡалған 14 йәшлек һеңлеһе сәйер еҫте һиҙеп ҡалып, уттан ҡотолоп өлгөрә. Бәлә хаҡында күрше йорт хужаларына хәбәр итә.
Йорт хужабикәһе әле һаман да шаңҡыуҙан сыға алмай. «Ҡыҙыл әтәс» ғаиләне мунсаһыҙ ҙа ҡалдыра. Ә бына гараж эсендәге ике автомобилде металл ҡабул итеү пунктына ғына тапшырырға ҡала. Әйткәндәй, ут тап ошо объекттан сыға. Әлегә янғындың сәбәптәре асыҡлана. Электр сымдарының ҡыҫҡа ялғанышы булыуы ихтимал.
Салауат Миһранов , 22-се  отрядтың  янғын һүндереү хеҙмәте етәксеһе: «Уттың киң таралыуы - беҙҙең хеҙмәткә был осраҡ хаҡында һуң хәбәр итеүҙәренә бәйле. Күрше йорт хужалары шылтыратҡан ваҡытта янғын асыҡ формаға күскән була. Йорт һәм мунсаның гаражға яҡын урынлашыуы ла - төп сәбәптәрҙең береһе».
Эргә-тирәлә бер ниндәй ҙә колонка булмай, шуға янғын һүндереүселәрҙең эше бер аҙ ҡатмарлаша. Хәйер, яҡындағы йорт хужаһының яһалма быуаһы барлығы асыҡлана. Тап ошо һыу ятҡылығы берҙән-бер ҡотҡарыу сараһына әйләнә. Юғиһә «ҡыҙыл әтәс»тән барлыҡ ауыл зыян күрер ине, ти урындағы халыҡ.
Кустарев урамында йәшәүселәр белдереүенсә, бәлә башы - һыу үткәргестең булмауында. «Яһалма быуа хужаһынан һәр ваҡыт ярҙам эҙләп булмаҫ!», - ти улар. Бындай күңелһеҙ осраҡтар йыш ҡына булғылай, тимәк, киҫкен мәсьәлә лә тиҙ арала хәл итеүҙе талап итә.
Был урамда йәшәүселәр йорттарына үҙҙәре ҡоҙоҡ ҡаҙып, һыу үткәргән. «Ундағы һыуҙың сифаты ғына түбән. Эсерлек түгел», - ти урындағы халыҡ.
Ольга Шауло йорттағы һыуҙан техника ҡыҫҡа ваҡыт эсендә емерек хәлгә етә тип көйәләнә. Ике йыл элек кенә ваннала ҡиммәтле ремонт эшләнә, әммә бушҡа ғына. Стоматолог булып эшләгән ҡатынға тутыҡҡан кранды һәр ваҡыт таҙартып торорға тура килә.
Эсәр һыуға айына меңәр һум аҡса китә. Хатта, иҙәнде һатып алынған һыу менән йыуабыҙ, ти ғаилә ағзалары. Юғиһә кафель дә тутыҡҡан төҫкә инә. Әйткәндәй, Кустарева урамында махсус үткәргес булдырыу проекты төҙөлгән. Ләкин әлегә барыһы ла ҡағыҙҙа ғына.
Баш ҡалаға ҡараған Кустарев урамында йәшәүселәр «төпкөл ауыл» сиктәренән тиҙерәк сығыу өмөтө менән йәшәй. Ә бына Ефимовтарҙың ғаиләһе миһырбанлы, киң күңелле кешеләрҙең ярҙамына өмөт итә. Битараф булмағандар экранда күрһәтелгән иҫәпкә аҡса күсерә ала. Бәйләнеш өсөн телефон - 89063723120. Мәрхәмәтле булайыҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика