Баш ҡалала йәрминкәләр гөрләй

Баш ҡалала йәрминкәләр гөрләй 19.12.2015

Халыҡ байрам алдынан күберәк ит һәм һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ йәшел ҡупшыҡайҙарға ла ихтыяж ҙур. Бөгөн Өфө йәрминкәләренә Ҡыш бабай ҙа килде.  

Кәштәләр һыйыр, һарыҡ, ҡаҙ ите менән тулған. Ауыл халҡы көн һыуытыу менән һатыуға яңы һуйылған ит килтергән. Хаҡы ла ҡиммәт түгел. Һәр эшҡыуар продукцияһын тиҙерәк һатырға тырыша, конкуренция ҙур. Гөлфиә Рәхимҡолова Миәкә районынан. Шәхси эшҡыуар утыҙ баштан ашыу мал тота.
Быймалар, шәлдәр хатта, яңы йылға бүләккә төрлө сувенирҙар табырға мөмкин бында. Иң үтемлеһе маймыл һындары. Уларҙы халыҡ ҡушҡуллап алды.
Яңы йылға иң йомшаҡ һәм йылы бүләк -  шәл, йөндән бәйләнгән ойоҡбаштар. Бигерәк тә Ейәнсура шәлдәренә ихтыяж ҙур. Хаҡтары ла тешләшмәй.
Яңы йылдың төп биҙәге  шыршыларҙы ла йәрминкәлә арзаныраҡҡа алырға мөмкин. Өфө урамдарында  ҡупшыҡайҙар уртаса  бер мең һум торһа, бында уның хаҡы ике тапҡырға түбән.
Роберт Бәхтизин, шәхси эшҡыуар: «Ошондай аҡ шыршы 500 -600 һум тора. Был йәрминкәлә генә шулай. Ҡала буйынса уларҙың иң бәләкәйен 500 һумға һатабыҙ. Шулай уҡ шыршылар, ҡарағайҙар ҙа бар. Уларҙың хаҡы түбәнерәк. Сәғәт иртәнге туғыҙҙан торабыҙ, яртыһын һаттыҡ инде».  
Йәрминкәлә халыҡ күп булды. Сауҙа майҙанында ағылған музыка байрам кәйефе өҫтәй.
Әткәндәй, бөгөнгө йәрминкәгә Ҡыш бабай ҙа килгәйне. Ул иң матур теләк теләүселәргә шыршы бүләк итте. Призды Өфөлә йәшәүсе Ғариповтар ғаиләһе отто.
Йәрминкәләр баш ҡала сауҙа майҙандарында шәмбе һайын уҙа. Яңы йыл табынына сифатлы аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар һатып алыу өсөн ваҡыт бар әле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку