Баш ҡалала йәмәғәт транспорты өсөн күптән көтөлгән туҡталҡа асылды

Баш ҡалала йәмәғәт транспорты өсөн күптән көтөлгән  туҡталҡа  асылды 17.01.2015

Пушкин урамында 150 берәмек техника өсөн иҫәпләнгән майҙансыҡты төҙөүгә ҡала хакимиәте менән берлектә эшҡыуарҙар ҙа үҙ көсөн индергән. Бынан ары йәмәғәт автобусы водителдәре  буш ваҡытын тығындарҙа түгел, махсус ҡулайлаштырылған урында ял итеп үткәрә ала.  

Автобус водителе Михаилға билдәләнгән маршрут буйынса баш ҡаланы көнөнә бер нисә тапҡыр урарға тура килә. Иң мөһиме пассажирҙар хәүефһеҙлеге, шуға күрә юлдарҙа иғтибарлы булырға, ваҡытында ял итергә кәрәк. Быға тиклем тейешле шарттар булмаһа, хәҙер руль артындағылар буш ваҡытын махсус туҡталҡала үткәрә ала. Михаил Соколов, маршрут автобусы водителе: «Руль артында 20 йыл эшләйем. Майҙансыҡ булдырылыуы беҙҙең өсөн уңайлы, сөнки яҡында ғына тамаҡ ялғап алырға, кәрәк икән баҙар буйлап йөрөп килергә була. Быға тиклем туҡталыш Әхмәтзәки Вәлиди урамында ине, унда хәрәкәт шәп, тығындар ҙа булғылай, шуға иркенләп ил итеү мөмкин түгел». 150 автобусҡа иҫәпләнгән туҡталҡа төҙөү өсөн ҡала хакимиәте эшҡыуарҙарға ер менән ярҙам иткән, ҡойма тирәләй яҡтылыҡ фонарҙары урынлаштырған. Асфальт түшәү, тирә-яҡты төҙөкләндереү эштәре эшҡыуарҙар иңенә ятҡан. Әлегә майҙансыҡ буш, сөнки водителдәр улар өсөн бушлай туҡталҡа тураһында хәбәрҙар түгел. Шуға күрә Ғафури урамында ғәҙәттәгесә маршруттар теҙелеп киткән. Яҡшы яңылыҡ водителдәрҙе тиҙ арала урап сығыр тигән өмөттә Ленин районы хакимиәте. Альбина Йосопова, Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы: «Туҡталҡаны 2007 йылдан бирле көттөк. Уны асыу ике проблеманы хәл итә. Беренсенән, ике урам маршрут автобустары менән тулы, шуға күрә юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килә. Киләсәктә ошонда водителдәр өсөн бүлмә, медицина пункты, ашхана асырға ниәт бар. Был халыҡты хеҙмәтләндереү кимәлен яҡшыртасаҡ». Киләсәктә ошондай майҙансыҡтарҙы Өфөнөң башҡа урындарында ла төҙөү күҙаллана. Был алым шәхси дәүләт партнерлыҡтың бер миҫалы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку