Баш ҡалала тимер гараждарҙы һүтеү һәм икенсе урынға күсереү дауам итә

Баш ҡалала тимер гараждарҙы һүтеү һәм икенсе урынға күсереү  дауам итә 21.10.2015

Өфөнөң Ленин районында урынлашҡан  гараждар Затон базаһына оҙатылды. Берәүҙәр был яңылыҡты шатланып ҡабул итһә, икенселәр ризаһыҙлыҡ белдерә. Ни тиһәң дә,  машинаны төнгөлөккә ихата алдында ҡалдырыу хәүеф тыуҙыра.

Антонина Арыҫланова, гараж хужаһы:«Беҙгә яҡын тирәләге йорттарҙа йәшәүселәрҙең бөтөнләй машина ҡуйыр урындары юҡ. Шуға күрә, парковка төҙөгән осраҡта ла, уны беҙҙең ихата автоһәүәҫкәрҙәре генә ҡулланасаҡ, тигән һүҙ түгел әле».
Нисек кенә булмаһын, киләсәктә торлаҡ йорттар алдынан алынған гараждар урынына   парковкалар төҙөү күҙаллана. Белем биреү учреждениелары янында һүтелгән гараж урындары лә тейешле рәүештә төҙөкләндереләсәк, - тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәте вәкилдәре.
Евгений Белов, Өфө ҡалаһы Ленин районының  коммуналь хужалыҡ бүлеге етәксеһе:
«Тимер гараждар күптән иҫкергән һәм кәйефте генә ҡыра. Гараждарҙа сүп-сар, улар тирәләй асарбаҡтар йыйыла. Әлеге көндә район биләмәһенән 100-ҙән ашыу гараж сығарылды, һуңғы 20 көндә рөхсәтһеҙ төҙөлгән 38 гараж һүтелде».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку