Баш ҡалала тиҫтәнән ашыу торлаҡ төҙөлөшө рөхсәтһеҙ башҡарыла

Баш ҡалала тиҫтәнән ашыу торлаҡ төҙөлөшө рөхсәтһеҙ башҡарыла 03.03.2016

Был турала "СтройкиУфы. ру" сайты хәбәр итә. Өфөлә барған төҙөлөштәрҙе күҙәтеүгә махсуслашҡан интернет проект ҡала проекттарын үҫтереү фонды һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты менән берлектә ойошторолған. Унда баш ҡалала барған барлыҡ торлаҡ төҙөлөштәре тураһында аныҡ мәғлүмәт алыу мөмкин. Халыҡ фронты ағзалары рөхсәтһеҙ төҙөлөштәрҙе даими күҙәтеп тора. Уларҙың сираттағы рейдына беҙҙең хәбәрселәр ҙә ҡушылды.

Баш ҡаланың Тихорецкая урамында барған төҙөлөштө ҡала хакимәте халыҡ фронты менән берлектә туҡтатыуға өлгәште. «Интеграл» йәмғиәте эш башларға  документтары булмай тороп буласаҡ йорттоң нигеҙен күтәреп тә өлгөргәйне. Ул ғына ла түгел әле төҙөлөп бөтмәгән торлаҡта фатирҙар ҙа һатыла башлағайны. Эш туҡтағандан алып халыҡ фронты ағзалары уны күҙәтеүҙә тота. Юғиһә, уның ҡайтанан тергеҙелеүе лә бар.
Денис Мусин, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабы ағзаһы:
«Беҙ үҙебеҙ төҙөлөштө туҡтата алмайбыҙ. Ләкин йәмәғәт, хоҡуҡ һаҡсылары һәм власть иғтибарын йәлеп итә алабыҙ. Халыҡ фронты ошо рәүешле байтаҡ рөхсәтһеҙ төҙөлөштәрҙе туҡтата алды».
Был күп ҡатлы йортто  халыҡҡа ярайһы уҡ билдәле 10-сы төҙөлөш идаралығы күтәрә. Эш алып барыуға бөтөнләй рөхсәте булмаһа ла ете ҡатты һалып та ҡуйғандар. Төҙөлөштөң йылдамлығына ҡарағанда туҡтатырға ла уйламайҙар.
10-сы төҙөлөш идаралығы ғына  баш ҡалала дүрт урында рөхсәтһеҙ төҙөлөш алып бара. Бынан тыш, Өфөлә тағы ла тиҫтәгә яҡын  торлаҡ төҙөлөшө законһыҙ башҡарыла. Был иһә йөҙөрләгән алданған кешеләр, тиергә лә мөмкин. Төҙөлөшкә өлөшләтә аҡса индерергә теләүселәр намыҫһыҙ ойошмалар тураһында интернеттағы махсус сәхифәлә  белә ала. «Стройки Уфа. Ру» сайты барлыҡ төҙөлөштәрҙе лә күҙәтеүҙә тота.
Владимир Барабаш, ҡала проекттарын үҫтереү фонды директоры: «Сайтта алты йөҙҙән ашыу төҙөлөш тураһында мәғлүмәт тупланған. Һәр объекттың хажалары, документтары күрһәтелгән. Теләгән кеше юристарҙан кәңәш тә һорай ала. Исемлек көндән -көн тулылана бара».
Рөхсәтһеҙ төҙөлөштәрҙең барыһы ла туҡтатыла тип әйтеп булмай. Уларҙың ҡайһы берҙәре суд аша булһа ла йәки башҡа юлдар менән күтәрелеп ҡуя. Төҙөүселәр шуға өмөт итә лә инде. Йорт ҡалҡып сыҡҡас барыбер документ биреләсәк тип уйлай. Ә инде бирмәһәләр алданған халыҡ иҫәбенә кеҫә ҡалынайталар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика