Баш ҡалала спайс таратыусылар ҡулға алынды 07.10.2014

Операция барышында  3 килограмдан ашыу наркотик һәм 10 килограмм киптерелгән үҫемлек тартып алынды. Оперативниктар билдәләүенсә, енәйәтсел төркөмдөң башлығы Өфөлә йәшәүсе ҡыҙ булыуы ихтимал.

«Йәшел сауҡалыҡ» биҫтәһендә урынлашҡан фатирға полиция хеҙмәткәрҙәре ҡыҙыу эҙ буйынса килә. Өфөнөң Киров районында йәшәгән 19 йәшлек егет наркотиктарҙы йәшерен урындарға ҡалдырып, һатып алыусыларҙан аҡсаны Интернет аша алған. Өфөлә йәшәүсе йәш ҡыҙ фатирҙы ҡуртымға алып, спайс әҙерләгән. Унда полиция хеҙмәткәре спайс етештереү буйынса цех таба. Ҡыҙ махсус рецептҡа ярашлы киптерелгән үҫемлектәрҙән синтетик наркотиктар эшләгән. Тикшереү барышында шулай уҡ бер килограмдан ашыу реагент табыла. Матдә 30 мең доза эшләүгә иҫәпләнгән.

Рөстәм Әсәҙуллин, Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлеге етәксеһе: «Спайс һатыусылар аҡсаны ҡулға түгел, ә электрон юл менән алған. Тикшереү барышында ҡыҙ йәшәгән фатирҙа спайс эшләү инструкцияһы ла табылды. Унда ниндәй матдәне күпме күләмдә ҡушырға һәм башҡа мәғлүмәт яҙылған».

Әле осраҡ буйынса енәйәт эше асылған. Полиция хеҙмәткәрҙәре спайс етештереү реагенттарын Өфөгә килтереүселәрҙе эҙләй. 


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика